Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
16 Июнь 2020, 13:05

Бала - үле, атай-әсәһе өйҙә юҡ...

Башҡортостандың Благовар районы ауылдарының берсеһендә фажиғә теркәлгән.Унда алты айлыҡ сабый вафат булған.

Билдәле булуынса, баланың йәнһеҙ кәүҙәһен уның туғаны, 43 йәшлек ҡатын тапҡан. Малай уның өйөндә йәшәй. Был бваҡытта биологик атай-әсәһенең ҡайҙа булыуы билдәле түгел.
Балала бер ниндәй тән йәрәхәттәре лә булмаған. Үлем сәбәбен судмедэксперттар билдәләйәсәк. Белгестәргә шулай уҡ һәләкәт урынынан алынған юрғандар, мендәр һәм япҡыстар ҙа тапшырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә генә сәләмәтлек һаҡлау министры Максим Забелин республикала сабыйҙарҙың үлеме тураһында отчет тотто. Ул был күрһәткес буйынса иң имен булмаған райондарҙы атаны. Унда Благовар районы юҡ ине...
Фото: kp.ru

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/321479

Автор: Резеда Галикәева.

Читайте нас: