Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Июнь 2020, 14:31

Тыйылған урында һыу инһәң...

Һыу инеү миҙгеле башланып та өлгөрмәне, һыуҙа батыусылар һаны көндән-көн арта. Кисә Күмертау ҡалаһындағы быуала йәнә бер ирҙең ғүмере өҙөлә. Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 33 йәшлек ир Көйөргәҙе районы Тимербай ауылынан ғаиләһе менән Күмертауға ҡунаҡҡа килгән. Бергәләшеп улар һыу буйына бара.

"Һыу инергә тыйыу билдәләре ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеп, иҫерек ир һыу инергә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ярға сыҡмай. Батҡан ирҙең кәүҙәһен водолазтар таба",-тиҙәр ведомствован.
Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: көндәр эҫе булыуға ҡарамаҫтан, һыу инеү тыйылған урындарҙа үҙ ғүмерегеҙҙе хәүефкә ҡуйып, һыуға төшмәгеҙ! Ағым бер кемде лә аямай, һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/316718
Читайте нас: