Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Июнь 2020, 13:25

Иң зарарлы аш

Һәр хужабикә аш-һыуҙы төрләндереп бешерергә тырыша. Бигерәк тә йәй көнө күптәр итле аштан баш тартып, еңелерәк үҙләштерелгәненә өҫтөнлөк бирә. Диетологтар белдереүенсә, организм өсөн иң файҙалы аш - йәшелсә һурпаһы. Ул туҡлыҡлы матдәләрҙең иң оптималь сығанағы. Ит аштарында бешерелгән һурпала калория күберәк, майлы ит ҡулланғанда бигерәк тә.

Ә бына иң файҙаһыҙ аш- солянка. Ул бер нисә төр ит менән бешерелә һәм был һурпаның калорияһын арттырыуға килтерә.
Солянкала колбаса, сосиска, ыҫланған ит, тоҙло, әсе һәм үткер тәмләткестәр бар. Бынан тыш солянкаға тоҙло ҡыяр һәм ыҫланған ризыҡтар ҙа ҡушалар. Шунлыҡтан уның бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ. Солянка айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сире булғандарға, гипертония һәм ауырлыҡтан интеккән кешеләргә ашарға тәҡдим ителмәй.
Әлбиттә, һәр кем ниндәй һурпа ҡулланырға кәрәклеген үҙе һайлай, әммә диетологтарҙың да кәңәшенә ҡолаҡ һалыу ҡамасауламаҫ. Сәләмәт булайыҡ!
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/316623
Читайте нас: