Даирә
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Июнь 2020, 22:17

Эстә биш йәшлек улы ла булған...

Күгәрсен районында Магнитогорск – Ира юлының 304 километрында “Лада Гранта” автомобиле юлдан канауға осҡан. Трасса буйлап бер үҙе генә хәрәкәт иткән машина түңкәрелгән.

Машина эсендә Стәрлетамаҡ кешеһе һәм уның биш йәшлек улы булған. Ирҙең ниндәй хәлдә булыуы тураһында хәбәр ителмәй. Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов һүҙҙәренә ҡарағандә, йәрәхәтләнгән биш йәшлек улы дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлау дауам итә.

Һуңғы ваҡытта республикала авариялар йышайҙы. Водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Оло юл тәртип һәм һаҡлыҡ талап итә, иҫән-һау йөрөгөҙ, яҡындарығыҙҙы ҡайғыға һалмағыҙ.

Динар Ғилметдинов фотоһы.

Автор: Дина Арсланова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/317197
Читайте нас в