Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
12 Июнь 2020, 11:35
"Аяғымды юғалтыуыма үҙем ғәйепле..."
Беҙ нимә уйлайбыҙ, шул тормошҡа аша, тигән хәҡиҡәт бар. Кемдер быға ышана, кемдер юҡ. Ә бына билдәле блогер, казарма емерелгән саҡта ике аяғын да юғалтҡан десантсы Рөстәм Нәбиев быға ышана һәм аяҡтарын юғалтыуҙа үҙен дә ғәйепләй.
Инстаграмда ул ошо турала фекерҙәре менән уртаҡлашты. Элек, армияға тиклем, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә айырым альбомда үҙе ғорурланған һәм уларға тиң булырға теләгән кешеләрҙең фотоларын йыйған. Унда шул иҫәптән аяҡтарын юғалтҡан, тик аҙаҡ протезға баҫып, артабан йәшәүҙе дауам иткәндәр ҙә булған.
“Аңлайһығыҙмы, үҙемдең тәрән аңымда мин дә шундай булырға теләгәнмен. Был сигнал ғаләмгә киткән һәм үҙемә әйләнеп ҡайтҡан. Һәм хәҙер мин - шундай кешемен. Ошо үтә ҡаты һабаҡтан һуң уйҙарымды, күҙ алдыма килгән күренештәрҙе контролдә тота башланым. Был бик мөһим”, – тип яҙа ул.
Рөстәм фажиғәнән һуңғы тәүге айҙағы тәьҫораттарын да хәтергә төшөрә. Аяҡтарын юғалтҡанын аңлағас, ул саҡ аңын юймай. Бер аҙҙан ғына ыңғай нәмәләр тураһында уйлай башлай: яратҡан ҡыҙына тәҡдим яһау, ҡыҙы тыуыуы, йөрөргә теләгән машина маркаһы... Рөстәм белдереүенсә, быларҙың һәммәһе лә тиҙ арала тормошҡа ашҡан. Нисек күҙ алдына килтергән, барыһы ла шулай килеп сыҡҡан.
Шулай булғас, дуҫтар, әйҙәгеҙ, тик яҡшы нәмәләр тураһында уйлайыҡ. Һәм улар тормошҡа ашһын!
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/316507
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы