Даирә
+17 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
6 Июня 2020, 06:45
Сабыйҙар тәҙрәнән ҡолап төшкән
Көндәр йылыныу менән асыҡ ҡалдырылған тәҙрәнән ҡолап төшкән балаларға бәйле күңелһеҙ хәлдәр артты.
Өфөнөң Дим районында ошондай бәхетһеҙ осраҡ теркәлә: шәхси йорттарҙың береһендә икенсе ҡаттан дүрт йәшлек малай ҡолап төшә. Бәхеткә күрә, иҫән ҡала, әле дауаханала.
Кисә йәнә ошоға оҡшаш күңелһеҙ хәл теркәлә. Өфөнөң Тыныслыҡ урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһенән 10-сы ҡаттан ике йәшлек бала ҡолап төшә. Ҡыҙыҡай иҫән, әле уның һаулығы өсөн табиптар көрәшә. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, бала өйҙә яңғыҙы булған. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре башланған, балаларҙың ни өсөн тәҙрәнән ҡолауы сәбәптәре өйрәнелә.
Кескәй балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Әгәр урамға сығырға тура килһә, тәҙрәләрегеҙҙе нығытып бикләгеҙ, янына яҡын барыуҙан тыйығыҙ. Балаларға ҡарата иғтибарлыраҡ булайыҡ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/307286
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!