Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
6 Июнь 2020, 09:35

Пенсионер ҡыҙ балаға ташланып...

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың полиция бүлегенә бер ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт итеп, 12 йәшлек ҡыҙының көсләүсе тоҙағына эләккәне хаҡында белдерә.

"КП-Өфө" сығанағы хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып яҙыуынса, Өфөнөң Р. Зорге урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә көпә-көндөҙ билдәһеҙ ир 12 йәшлек мәктәп уҡыусыһына ташлана һәм мәсхәрәләй.
Полиция органдары шул көндә үк енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ирҙең йәшәү урынын билдәләп, уны тиҙ арала ҡулға ала. Көсләүсенең баш ҡаланың бер районында йәшәгән пенсионер булыуы асыҡлана. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: versiya.info
Автор: Самат Ғәлин.
Читайте нас: