Даирә
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
6 Июнь 2020, 11:41
Өлкәндәр ниңә уға ултырғандыр?
3 июндә Учалы районында үлемесле авария теркәлә. Белорет – Учалы – Мейәс автоюлының 55-се километрында була ул. 50 йәшлек ир “Форд Мондео” автомобилендә юлдан сығып оса. Машина әйләнеп ята.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, алынған йәрәхәттәрҙән 68 йәшлек пассажир авария урынында һәләк була. Водитель һәм ике пассажир дауаханала.
Асыҡланыуынса, водитель ир иҫерек булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған һәм авария сәбәптәрен асыҡлай.
Иҫерек килеш руль артына ултырған водителдең яуапһыҙлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә ни өсөн өлкән кешеләр күрә тора уға ултырғандыр, аңлашылмай. Ана бит нисек тамамлана ошондай осраҡтар...
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/307278
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?