- Мин тап шулай егеткә сыҡтым да баһа, - тип Нәфисә еңгәй әсәһенең һүҙҙәренә һуҡрана, шулай ҙа “булһа – булыр, булмаһа – юҡ”, - тип аҙыҡ-түлек менән һатыу иткән ларек хужаһы менән осраша, һөйләшә һәм... уйламағанда эшкә урынлашып ала. Һатыусы булғас ни дуҫ-иш ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә ларек тулы араҡы, аҙыҡ-түлек, тигәндәй. Беренсе эш хаҡын алғас та, уныһы ла күп түгел инде, дуҫлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҫтауы аҫтында шуны, эш хаҡын, һәйбәт кенә итеп “йыуалар”, бына шул арҡала Нәфисә еңгәй ауырып китеп, эшкә сыға алмай һәм эш урынынан бушатыла. Йүнһеҙ эшсене эшҡыуар тотмай бит инде ул, йүнлеһенең елеген һурып алып бөтөп эшләтә. Артабанғы яҙмышы яяҙа-йоҙа ғына билдәле: ишетеүем буйынса, ашнаҡсыға уҡып алып, Нәфисә еңгәй Себер яҡтарына сығып киткән, шунда имен-һау эшләп йөрөй, ти.
- Тәки ҡауышмағандар икән? – тип үҙ алдыма нишләптер әйтеп ҡуйҙым мин.
- Юҡ. Ҡауышманылар шул. Ике яҡтан да тәккәберлек алға сыҡһа – уртаҡ тел табыуҙары, ай-һай, ҡыйын бит ул. Һыйып һәм һыйынып йәшәү – үҙе бер ҙур һөнәр!
- Ярай, Сәғиҙулла ағайға минән күп сәләм ҡундыр! – тинем мин. Уөа һәм “табылдыҡ” әсәһенә именлек теләйем. Әйткәндәй, уның тормошонда арыуыҡ үҙгәрештәр булды, - тип бая әйтә башлағайның...
- Ай, әттәгенәһе! Онотоп торам, ярай әле иҫкә төшөрҙөң. Сәғиҙулла ағайҙың Өфөлә йәшәгән Нәркәс исемле ҡыҙы малай тапҡан. Шул баланы тәрбиәләшергә кеше кәрәк булғас, ҡартәсәһен, йәғни Сәғиҙулла аҡайҙың “табылдыҡ”әсәһен ул, бер-ике йылға ғына тип, саҡырып ала. Гөлъямал әбей әле Өфөлә бала ҡарашып йәшәп ята икән. Ейәнсәре һәм уның кейәүе менән уртаҡ тел тапҡан, ти.
Ә инде Сәғиҙулла ағайҙың үҙенә килгәндә, ул оҙаҡ ҡына ваҡыт ауырып алды. Баҡыр-көкөрт комбинатында оҙаҡ ваҡыт эшләүселәр ауырыйҙар, ундағы саң яйлап үпкәләргә ултыра, тын юлдарын тарайта. Дауахананан сыҡҡас та ул еңел эшкә – төнгө ҡарауылға күсте. Балниста ятҡан ваҡытта яҡын ауылдан килеп эшләп йөрөгән бер шәфҡәт туташы менән ныҡлап танышып китә. Тегнең ире үлеп ҡалған, ун йәшлек малайы бар, ти. Бик ярҙамсыл, итәғәтле ҡатын-ҡыҙ икән. Бына шуның менән танышып китеп, бер-береһен аңлашып бер ғаилә булып йәшәргә һүҙ ҡуйышалар, өйләнешәләр, яңы еңгәй бында, ҡалаға улы менән бергә күсеп килә. Шуныһы ҡыуаныслы: бер-ниндәй тауыш-маҙарһыҙ йәшәп яталар. Ишшалла!
- Ҡайһылай яҡшы булған, - тип мин дә ҡыуандым. – Рәхмәт, яҡташ, миңә китергә ваҡыт етте.
- Үҙеңә рәхмәт, - тип хущлашты Рәмил, - бер аҙ матур итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙебеҙ тураһында ләм-мим, фекер алышманыҡ.
- Үҙебеҙ тураһында икенсе осрашҡанда һөйләшербеҙ, - тип ҡул ҡыҫышып өҫтәл артынан тороп киттек.
Эйе, тормош юлдары ҡатмарлы, кемдер тауһыҙ булған тигеҙ юлдан барҡан кеүек еңел йәшәй, кемгәлер ыҙаларға тура килә. Балаһыҙҙар “бала юҡ”, тип ыңғыраша. Кемдер булған балаларын ййүнле итеп көтә алмай яфалана. Бәлки, яҙмыш, карма тигәндәре ысындыр. Бәлки, барыһы ла үҙеңдән торалыр. Нисек булһа ла тормош тулҡындарына бирешмәй, ауырлыҡтарға бөгөлмәй йәшәргә тырышыр кәрәк, сөнки мускул көсөнән башҡа тағы бер көс бар, ул –рух көсө. Рухи яҡтан көслө булғандар ғына тауҙар вата, океандарҙы айҡай, ауыр саҡта ли бирешмәй көрсөлөктән сығыу юлын таба. Халҡыбыҙ ғүмер баҡый ауырлыҡта йәшәгән, ләкин бирешмәгән. Бирешмәй йәшәйек, милләттәштәр!