Ысынлап та, өйҙәре эргәһенән таяҡҡа таянған, әкиәттәге убырлы ҡарсыҡ ҡиәфәтендә алға табан эйелеп,гел генә ҡара яулыҡ ябынып,оҙон ҡара камзул кейеп йөрөгән әбей үтеп бара .
Тирә-яғына ауыр ҡараш ташлап,ауыҙ эсенән ниҙер мығырҙап йөрөүсе был ҡортҡаны Гөлзифаларҙың Алабайы ғына түгел,башҡа эттәр ҙә өнәп бөтмәй . Уның үтеп барыуын урамдағы эттәрҙең мәж килеп сылбырҙы бер-береһенә тапшырып, абалауынан да хатаһыҙ билдәләп була. Нишләп яратмайҙарҙыр инде?Ҡайҙан белә хайуандар? Әллә күңелдәре менән тоялармы әбейҙең ҡара эсле,эс керле әҙәм икәнен? Бәлки таяғынан шөрләйҙәрҙер...
Гөлзифа ошо нигеҙгә ике тиҫтә йыл элек килен булып төшкәндә әле был ҡатын ер һиңкетеп баҫып йөрөй ине. Иртән көтөү ҡыуырға сыҡһа,берәй ҡатын менән әрепләшмәйенсә ҡайтып китмәй. Көн дә әрләшеү өсөн сәбәбен табып ҡына тора.Был урамда йәшәгән ҡатындар инде уның холҡона күнеп бөткәндәр:Хөпъямал ҡортҡа сыҡҡансы, йәһәт кенә малдарын аҫҡы урамға ҡыуып төшөрәләр ҙә,тиҙерәк өйҙәренә ашығалар. Юҡ!Ҡурҡыуҙан түгел инде. Таң менән кәйеф төшөрөп,таланып торғансы,ҡолағың тыныс.
Тик ҡортҡа әрепләшергә барыбер юлын таба. Көйәнтәгә биҙрәләр элеп,йәиһә магазинға барыу ниәте менән урамға сығыуың була,йә алдыңдан,йә артыңдан ниндәйҙер бысраҡ һүҙ ырғытып ҡала. Ә инде ишетмәмешкә һалышып,үтеп китһәң,иҙән йыуған һыуын,йә мейесенән көлөн сығарып артыңдан һибә. Ҡайһы ҡатындар,асыуына сыҙай алмай, насарлыҡҡа насарлыҡ менән яуап бирһә,ундайҙарға инде көн бөтә: үткән-сүткән һайын битәр яуа өҫтөңә.
Тик Гөлзифаның мәрхүм ҡәйнәһе Фәриҙә генә был ҡатынды ныҡ ҡына итеп урынына ҡуя . Ҡураныс ҡына кәүҙәле ҡәйнәһе ошо ҡара эсле ҡатынға,өнө сыҡмаҫлыҡ итеп,ҡысҡырмай ғына бер-ике һүҙ генә әйтә.Тегеһе шып туҡтай...
Нисек туҡтата? Нимә әйтә? Хөпъямал йәштән үк шулай хаяһыҙ,алама холоҡло булғанмы?
Был һорауҙарҙы ҡәйнәһенә бирмәй булдыра алманы Гөлзифа.
Ҡәйнәһе бүлешкән хәтирәләр уны бынан бик күп йылдар барған ваҡиғалар эҙенән алып китте...
***
Бер ауылда,бер урамда буй еткерә Хөпъямал менән Фәриҙә.Фәриҙә барлы-көрлө йәшәгән, бай ғаиләлә ун икенсе бала булып тыуа. Атаһына икенсе ҡатынлыҡҡа килә Фәриҙәнең әсәһе. Һигеҙ балаһын етем ҡалдырып,беренсе ҡатыны бала тапҡандан һуң өҙлөгөп,аяғына баҫа алмай, мәрхүм булып ҡалғас,Әбделнәғим ҡартҡа икенсе ҡатынлыҡҡа , ире һал ағыҙғанда һыуға батып үлгән, бер ҡыҙы менән тол ҡалған ҡатынды , Фәриҙәнең әсәһен димләйҙәр.
Әсәһе:
-Атайың һоратып килгәс,аяҡ өҫтө баҫып кесе ярауын атҡарып йөрөгән йәш иргә барғансы, оло булһа ла дин юлында йөрөгән кешегә сығайым,тип риза булдым да ҡуйҙым,-тип кеткелдәп көлә торғайны.
Ул эйәрсән ҡыҙы менән оло ғаиләнең тупһаһын аша атлап үтә, береһенән береһе бәләкәй һигеҙ балаға әсәй булып килә,тағы уртаҡ өс бала таба. Фәриҙә шул балаларҙың иң кесеһе булып,ата-әсәһе,ағай-апайҙары һөйөүенә төрөнөп кенә үҫте. Әсәһе лә балаларҙы айырманы,барыһына бер иш ҡараны,шуға күрә бөтәһе лә “әсәй,әсәйем,”тип өҙөлөп торҙолар.
Әбделнәғим ҡарт фарыз булған биш намаҙын уҡырға ла, үҙ аҡсаһына мәсет һалырға ваҡытын да ,аҡсаһын да йәлләмәне.Үҙенең шәхси хужалығын да гөрләтеп алып барҙы: яҙ етһә,иллеләп баш умартаһын ауыл халҡы Әбделнәғим умарталығы тип йөрөткән урман аҡланына күсерҙе , балаларында ла был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятты,умартасылыҡ эшенә өйрәтеп үҫтерҙе.Өйөрө менән сырҡыраған йылҡылары,бер көтөү һарығы,биш-алты баш һыйыры ,йылға ярында һыу тирмәне ,ер эшкәртергә һабаны,бесән сабырға косилкаһы,молотилкаһы ла бар ине.
Тик тормоштоң үҙ ҡануны : яй ғына, үҙ ағымы менән барған ғүмер юлына төҙәтмәләрен индерә...
Илдә колхозлашыу осоро башланыу менән иң беренселәрҙән булып Әбделнәғим бабайға кулак мөһөрө баҫып,мөлкәтен тартып алдылар. Ярай әле был ваҡытҡа оло улдарын өйләндереп, башҡа сығарып,ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, бирнә бүлеп өлгөргәйнеләр.
...Айһыҙ ҡараңғы селлә һыуығы зыңлап торған ғинуар төнөндә кемдер берәү Әбделнәғим ҡарттың тәҙрәһен сиртте:
-Олатай!Иртүк һиңә киләләр!
Ҡарт шундуҡ эштең ҡайҙа табан барғанын аңланы,тиҙ генә улдарын саҡыртып алып,ике атты етәкләп,урманға алып барып салдылар ҙа,ике ҡайынды эйеп,итте тирегә урап,ҡайындарҙы ысҡындырып ебәрҙеләр. Ағастар турайып,ғаиләнең ҡышлыҡ аҙығын бейеккә күтәрҙе...
Иртәгеһенә үлә-һүлә яҡтырып килгән саҡта,аяҡ аҫтарында ҡар шығырҙатып, өй ишеген шаран-яра асып хөкүмәт кешеләре килеп инде. Түр яҡтың урындыҡ өҫтөндәге аҫалы балаҫты,арҡыры-буй юрғандарҙы, шүрлектәге яҫтыҡ-мендәрҙәрҙе , оло ғаиләгә етерлек бер биҙрә һыу һыйҙырышлы ҙур ҡорһаҡлы еҙ самауырҙы,келәттән бал-май тулған ағас батмандарҙы әллә нисә ат санаһына тейәп алып сығып киттеләр. Был турала ҡәйнәһе Фәриҙә : ”Тәҙрә төбөндә быяланы тыным менән йылытып , уймаҡтай ғына асыҡ урындан урамға ҡарап ултыра инем. Әллә ниндәй әҙәмдәр килеп инделәр , аҫтымдағы балаҫты тартып алдылар,башым тәҙрә тупһаһына бәрелеп,ауыртып,ныҡ итеп илағанымды хәтерләйем”,-тип һөйләй торғайны . Ни хәл менәндер кәре китеп,хәле мөшкөлләнгән әбей менән бабайҙы ауылдан һөрөүҙе кисектереп торҙолар,тик ике оло улын ғаиләләре менән Себер тарафтарына олаҡтырҙылар.Шул китеүҙән эҙһеҙ юғалды Фәриҙәнең ата бер, әсәй башҡа ағалары, башҡаса уларҙан бер хәбәр–хәтер ҙә булманы.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылды Әбделнәғим ҡарт ҡылтамаҡ ауырыуынан ауыҙына бер ҡалаҡ һыу ҙа үтмәҫ булып,ҡаҡ һөйәк менән тирегә ҡалып, этләнеп , баҡыйлыҡҡа күсте. Ике йыллап ваҡыт үткәс,әсәләре лә ҡарты артынан китергә ашыҡты.
Ике ҡыҙ бала ата йортонда донья көттө. Ҡарауы ауыр булһа ла, бер һыйырҙы һаҡлап ҡалдылар,һыйыр ағы уларҙы аслыҡтан ҡотҡарҙы. Йәшәүе ауыр булды-ил күргәнде күрҙеләр. Һуғыш тамамланып, тыныслыҡ урынлашҡас,үҫеп етеп,бер туған Самат менән Азаматҡа кейәүгә сыҡтылар.Фәриҙә ошо нигеҙгә килен булып төшөп,өс балаға ғүмер бүләк итте: бер сәскә кеүек ҡыҙы,ике бөркөт кеүек улы тыуҙы.
Фәриҙәнең улдарының кесеһенә кейәүгә сыҡты ла инде Гөлзифа.
Беренсе көндән үк үҙ балаһылай яҡын итеп ҡабул итте уны ҡәйнәһе Фәриҙә,белмәгәнен ипләп кенә төшөндөрҙө,бер ваҡытта ла тауыш күтәреп,низағ сығарып ултырманы.Балалары ла өләсәләренең ҡосағында иркәләнеп кенә буй еткерҙеләр. Сымыры ғына кәүҙәле,етеҙ генә хәрәкәтле , эшкә батыр,ҡар өҫтөндә усаҡ ҡабыҙыр ҡатын ине ул Фәриҙә. Ире трактор аҫтында ҡалып,йәшләй генә тол ҡалған.Ирҙәр эшен дә,ҡатындар мәшәҡәтен дә берҙәй оҫта итеп башҡарыр ине,мәрхүмкәйең.
- Әл дә ҡулымдан эш килә,кеше иренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп, ҡатындарының енен ҡуҙғатҡансы ”соҡорло ергә һыу тула,етем бар ергә һүҙ тула”,тигәндәй. Ауыҙҙары менән ҡош тоторлоҡ ирҙәрҙән ҡалышмай донья көттөм,улар бесәндә бер бакуй сыҡһа,мин дә ҡайырып бакуй һалдым,кәбән башында ла орсоҡ кеүек өйөрөлөп бесән тапаным,салғы яныр кешем булмағас,уны янырға өйрәндем,хатта ҡайһы бер ирле ҡатын-ҡыҙ өйгә килеп салғыһын янытып китә ине. Аллаға шөкөр, насар уй менән төндә килеп,ишек шаҡып,тәҙрә сиртеп йөрөүсе лә булманы,Хоҙайым алама уйлы,мәкерле кешеләрҙән араланы.
Ҡәйнәһе үҙ яҙмышын бәйән итеп, Гөлзифа килененә кинәйә менән дөрөҫ йәшәү серҙәрен төшөндөрҙө,Хөпъямал ҡортҡаның яҙмышын күҙаллап:
-Үргә ҡарап өлгө ал,түбәнгә ҡарап ғибрәт ал-,тип тә өҫтәне...
***
Хөпьямал Фәриҙәнең бер туған апаһы менән йәштәш ине.Ҡыҙҙар бер урамда уйнап, буй еткерҙеләр.
-Килен,Хөпъямал бит үҫкән саҡта әлеге кеүек холоҡһоҙ түгел ,ҡәҙимге матур,алсаҡ ҡына ҡыҙ ине.
Ғаиләләре бик ауыр көн итте,ғүмер буйы осон осҡа ялғап йәшәнеләр.Атаһы менән әсәһе диндар кешеләр булдылар,ислам ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәнеләр. Тик Хөпъямалдың яҙмышын кире яҡҡа бороп ебәреүселәр ҙә улар булды. Хөпъямал ауылдың беренсе егете гармунсы Миңнулланы оҡшатып йөрөй ине,хатта бер-береһенә вәғәҙә бирешеп,көҙгө муллыҡта яусы ебәрергә булғайны егет. Әмәлгә ҡалғандай,ҡыҙҙы ҡатыны бала тапҡас, мандый алмай мәрхүм булған Тимерғәле һоратып килде. Хөпъямалдың аҙарынып илауына ҡарамай,никах уҡып ,кейәүгә бирҙе лә ебәрҙе атаһы,бер ҡыҙынан шулай тиҙ ҡотолдо ул.Әле өйҙә тағы ике ялбырбаш-кеше тауығы бар,исмаһам,малай булмағандар бит, Салауатым бер үҙе үҫә,тип уйланы .
Оҙаҡ өйрәнә алмай йонсоно ҡыҙ яңы һаләтенә,ир ҡатыны булыуына.Етмәһә иренең етем ҡалған малайы ,имсәк таптырып, яу һала.Бер нисек тә яҡын итеп ҡабул итә алманы ул сабыйҙы.
Ә бер төндө... инде ҡорһағы арыу ғына беленә башлаған Хөпъямал Фәриҙәнең ишеген шаҡыны.
Ҡабаланып,келәне ысҡындырып ебәрһә,битенән юлаҡ-юлаҡ тирме,йәшме ағып төшкән,ауыҙын асып ,тын алып,хәбәрен дә һөйләй алмаған Хөпъямал тотлоға-тотлоға:
-Үлде шикелле... үлде...-тип шыбырҙаны.
-Кем үлде? Нимә булды? Яйлап ҡына һөйлә әле,асыҡ итеп әйт-,тип ныҡыны Фәриҙә.
-Әйҙә беҙгә!Үлде инде ул,үлде...
-Нишләп миңә килдең? Тимерғәле үлдеме ни! Кем үлде?
-Малай ...теге ...ней ...Тимерғәленең малайы!
Фәриҙә өҫтөнә көпөһөн генә һалды ла Хөпъямал артынан йүгерҙе.
Нимә булған?Хөпъямалдың малайҙы өнәмәүен белеп йөрөй торғайны ,кеше ғаиләһенә нисек ҡыҫылаһың? Бер-ике тапҡыр малайҙы сарылдатып туҡмағанын да ишетеп, шелтәләгәйне уны:
-Ниңә өҫтөңә гөнаһ алаһың? Бәләкәй генә балаҡайҙың ни ғәйебе бар?Етем менән бергә Ер-һыу илар,тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.Баланан үс алма,гөнаһһыҙ сабый бит ул.
-Ошо бала булмаһа ,был тиклем дә ҡыйын булмаҫ ине,бәлки. Ҡыҙ көйөмә балалы иргә биреп,хур итте бит атайым. Йәнем һөйгән кешем менән бергә була алманым,нисек кенә өйрәнәйем?Йөнлө баҡа күргән кеүекмен Тимерғәлегә ҡараһам . Кис етә башлаһа, тауышын ишетмәҫ,түшәгенә ятмаҫ өсөн ҡолаҡтарымды ҡаплап,күҙҙәремде йомоп,йәһәннәмгә олаҡҡым, башымды алып күҙ күрмәгән яҡҡа сығып ҡасҡым килә! Йән һөймәгән,яҡын күрмәгән әҙәм менән түшәк бүлешеүҙән дә ауыры юҡ! Һин бәхетлеһең, Фәриҙә! Йән һөйгәнең,үҙ тиңең менән донъя көтәһең. Яратҡан кешеңдең кәмселеге лә күренмәйҙер,ә мин Тимерғәленең алама яғын ғына күреп тик торам. Атайым мине артыҡ тамаҡ күрҙе,бәхетһеҙ яһаны,-тип сеңләп илағайны ул саҡ Хөпъямал.
...Фәриҙә Хөпъямал артынан өйгә йүгереп барып инде. Ысынлап та,сабыйҡайҙың йәне михнәтле доньяларҙы ташлап,күктәргә ашҡайны.
-Нимә булды һуң?Ниңә лепкәһе ҡан? Һуҡтыңмы ни?
-Атаһы урыҫҡа бура бурарға киткәйне,быныһы атаһын таптырып илай ҙа илай. Ашарға һалғайным,биҙунланып илап,сеүәтәне түгеп ебәрҙе.Йоҡларға ятҡырғайным-буҙлап илай,тынысланмай. Аптырап,бер –икене генә к-тенә һуғып алғайным,артҡа ҡолап китте лә тәҙрә тупһаһына башы бәрелде. Шул арала эйәк ҡағып,үтеп тә китте.Мин һиңә сығып йүгерҙем. Фәриҙә, мине хәҙер төрмәгә ултыртырҙар инде,эй,Хоҙайым,нишләнем мин,нишләнем?
Хөпъямал тубығына башын һалып,сеңләргә тотондо.
-Илап ,бер нәмә лә эшләп булмай хәҙер.Эш уҙған.Мин бит һиңә ҡулланма , тип нисә тапҡыр әйттем.Йоҙроҡ хәтлем балаға көсөң еткән инде...
-Миңә былай ҙа ҡыйын,һин тағы ҡуҙ өҫтәп, үсәп тораһың!
- Үсәмәйем, иҫеңә генә төшөрәм.Милицияға дөрөҫөн һөйләрһең, аңларҙар,тик баланы туҡмағаныңды ысҡындыра күрмә,аяғың-ҡулың ергә теймәҫ,Себер китер башың.Үҙеңдең ауырлы булыуың да ярҙам итер,бәлки... Ә минән һүҙ сыҡмаҫ,холҡомдо беләһең...
-Ошонан имен-аман ҡотолһам ,ғүмерем буйы һиңә рәхмәтле булырмын,тик мине ташлама,йәме,-тип илай-илай Фәриҙәнең ҡулдарын алмаш-тилмәш үпте Хөпъямал.
Фәриҙә әйткәнсе килеп сыҡты барыһы ла.Баланың үлемендә ғәйепле кеше эҙләп торманылар,бәхетһеҙ осраҡ ,тип эште ябып та ҡуйҙылар.Унан Тимерғәленең дә йәш ҡатындан айырылаһы ,уға ғәйеп өйәһе килмәне, ”Хоҙай бирҙе-Хоҙай алды” ,тип яҙмышына күнде,бер-ике айҙан үҙҙәренең балаһы донъяға ауаз һалды,уға Алтынбикә тип исем атанылар.
-Ул апайҙы нишләп мин күргәнем юҡ,ситтә йәшәйме ни?- түҙемһеҙләнеп һорай һалды Гөлзифа.
-Бына шул турала һөйләргә итәм дә инде.
Фәриҙә килененә Хөпъямалдың артабанғы яҙмышын һөйләргә тотондо.
***
Тик һөймәгән кешеһенән тапҡан балаһын да иҫе китеп яратманы Хөпъямал,алдына алып артыҡ иркәләп ултырманы,әсә булараҡ ҡыҙ балаға яғымлы һүҙҙәр әйтмәне. Ә Тимерғәле балаға атай ҙа,әсәй ҙә булды. Йығылып,берәй ере ауыртһа,балаҡай ярҙам һорап атаһына һыйынды, ашағанда урындыҡтың түрендә аяғын бөкләп ултырған атаһының уң тубығына бер ҡулы менән таянып ултырыуҙы ғәҙәт итеп алды. Был да оҡшаманы ҡатынға:
-Ултыра инде,ҡыланып,килешмәгәнде.Иркәләтеп,боҙоп бөтәһең инде ҡыҙыңды-,тип ҡабатлар булды йыш ҡына.
-Ҡыҙ бала-донья биҙәге,иркәләнһен.Атай ҙа яратмаһа,әсәй ҙә ҡаҡһа,ни була ул?Алда ни күрере билдәһеҙ ,ата йортонда үҙем иҫән саҡта наҙланып ҡалһын,тип ҡыҙына һүҙ тейҙермәне Тимерғәле.Һыуға ҡараған кеүек әйткән булып сыҡты ир,ҡыҙының буй еткергәнен генә күрә алманы...
Яҙғы ташҡындан һуң йылғалар тынысланып,үҙәненә ҡайтып,ер-һыу кипкәс,бер төркөм ир-ат колхоз һатып алған делянканан ағас сығарырға ебәрелде.Уларҙың араһында Тимерғәле лә бар ине. Аҙна-ун көн буйы ағас ҡырҡып,ҡыуышта йоҡлап,усаҡта аш бешереп йәшәне эшселәр. Эште тиҙерәк тамамлап,ағастарҙы ташып алаһы бар. Бер юлы арттан эш урынын таҙартып, йығаһы ағастарын йығып,яндыраһын яндырып та барҙылар. Инде эш тамамланып ҡына килгәндә арҡыры бысҡы менән ағас бысҡан Тимерғәлеләр эргәһендә йыуан ҡарағай ағас икенсеһенә эләгеп ,аҫылынып ҡалды. Тимерғәле аңын-тоңон уйлап тормай аяҡ аҫтынан бер нәҙегерәк ағасты алды ла ,ҡарағайҙы ысҡындырып ебәрергә ынтылды.
-Тимерғәле,кит,ҡас!
Иптәштәре ,уны аяп, төрлө яҡтан ҡысҡырырға тотондо. Ул һикерҙе, ләкин ҡарағай ағасы уны ергә ҡуша зыңҡытты... Ирҙе урмандан трактор арбаһына һалып алып ҡайттылар.
Шулайтып,Алтынбикә атайһыҙ тороп ҡалды. Балаҡайҙың таяныр таянысы, яҡлар кешеһе ҡалманы. Әсәһе үгәйҙән дә яманыраҡ ҡыланды:ҡыҙҙы ат урынына эшләтте,эт урынына һүкте. Ул шым ғына,йыуаш булып,баҫылып үҫте,иптәштәре менән рәхәтләнеп уйнай алманы,бөтә донъя мәшәҡәте ҡыҙ баланың йоҡа ғына иңдәренә ятты. Йәлләмәй таң менән уята ине әсәһе,ҡыҙ һыйыр һауа,быҙау эсерә,ҡош-ҡорт туйҙыра.Бәләкәй генә көйгә йылғанан көйәнтәләп һыу ташыны,керен дә йыуҙы,ашарға ла бешерҙе.
Хөпъямал күп итеп кәзә аҫыраны, түр башына менеп ултырып,талпынып-талпынып шәл бәйләне,Алтынбикә лә ,кисен,эше бөткәс, шәм яҡтыһында шәл уртаһын бәйләргә тотона.
Ҡыҙ өсөн бер ҡыуаныс- мәктәп булды.Ул байрамға барған кеүек ,әсәһенең әренән ҡотолоу юлы булараҡ та, мәктәпкә ашыға ине.Тырышып уҡыны,тәртибе яғынан да иң беренселәр рәтендә булды.
Мәктәпкә киткәнсе таң менән тороп, мейес тоҡандыра,күмерен тарта,мал ҡарай,Хөпъямал ,хатта ҡыҙының эше бөткәнсе самауыр ҙа ҡуйып тормай,түшәгендә иҙерәп,өй йылынғанын көтөп ята.
“Эшләгәне минең өсөн булһа,өйрәнеүе үҙе өсөн!”- тип яуапланы Хөпъямал , ҡыҙҙы яҡлап ,йәлләп өндәшеүсе уҡытыусыларға,күршеләренә.
Тәүҙәрәк урыҫ яғына шәл һатырға үҙе йөрөһә, Алтынбикә етенсе класты бөтөүгә,бисәләргә эйәртеп,уны йөрөтә башланы.
Ҡыш буйына бәйләнгән шәлде йәй көнө ҡыҙыҡай ауылдан-ауылға йөрөп һата,йәйәүләп илле саҡрым тегеләй,илле саҡрым былай араны үтеп,хәлдән тайып ҡайтып йығыла.
Бер көндө бергә барған ҡатындар төшкә хәтлем тауарҙарын һатып бөттөләр,ә Алтынбикәнең бер шәле ҡалды.Ептәрен һуҙып ,һүрәпә итеп бәйләнгән бәләкәй шәлде ҡарайҙар,алыусы юҡ.Ҡатындар ҡайтырға йыйынды,тик Алтынбикә нисек өйгә ҡайтып инһен?Әсәһе тетмәкәйен тетер,тотоп ашар!
-Мин Сәрмәсәнгә лә инеп ҡарайым әле,бәлки алыусы табылыр,һеҙ ҡайта тороғоҙ.
Ҡыҙыҡай биш саҡрым ҡырҙараҡ ятҡан ауылға ыңғайланы.
Өйҙән өйгә инеп йөрөй торғас,саҡ һатып алыусыһы табылды,ауылдың ситендә генә самандан һуғылған бәләкәй генә өйҙә йәшәгән ҡарсыҡ һатып алды шәлде.
Хәҙер инде тиҙерәк ҡайтырға! Эңер төшөп килә, ҡайтыр юл йыраҡ ,урман аша ҡайтыу ҡурҡыныс та!Әллә ни осрауы бар...
Ҡыҙыҡай,арыуын да онотоп,ҡайтыр яҡҡа йүгерҙе.Урыҫ малайҙарының артынан ниҙер ҡысҡырып,һыҙғырып ҡалыуы,оторо ҡурҡытты ҡыҙ баланы.
Бер аҙ барғас ,ниндәйҙер тауыш ишетеп,артына боролоп ҡараны Алтынбикә. Юл буйлап сабып килгән һыбайлыны күреп,тубыҡтары ҡалтыранды.Ул йүгерә,артынан ат саба. Бына һыбайлы уны ҡыуып етте,алдына арҡыры төшөп, атының теҙгенен тартты.
-Куда ,красавица ,путь держим?
-Мин... ҡайтам..ауылға ҡайтам!
-Какая ладненькая!Как тебя зовут?
-Алтынбикә мин!
Һыбайлы атынан төшөп,ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алды. Ҡыҙыҡай... ҡулын тартып алды.
-Ну что ты ,как дикая кошка?
Егет ҡосаҡларға ынтылды. Алтынбикәнең танауына араҡы еҫе килеп бәрелде,ҡыҙ ытырғанып, уның ҡосағынан ысҡынды ла алға йүгерҙе.