Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кирегә юл бармы?..

...Эскесе ир-аттарҙы һәммәбеҙҙең дә күргәне бар, ә “йәшел йылан” ҡолона әүерелгән ҡатын-ҡыҙҙы? Һирәк, эйеме? Бының сәбәбе үтә ябай - ҡатын-ҡыҙ һуңғы сиккә тиклем ниндәй оло бәләгә тарығанын йәшерергә тырыша.

Йәмғиәттәге ҡалыптар буйынса, эскесе ир-атҡа яҡындары, туғандары дәррәү ярҙам итергә ашҡына, дауалау юлдарын эҙләй, бигерәк тә был әсәйҙәргә һәм һөйгән йәрҙәргә ҡағыла. Ә ҡатын-ҡыҙ эсһә... Уны бөтәһе лә аҡылға ултыртырға маташа, ғәйепләргә ашыға, унан йөҙ борорға ла күп һорамайҙар. Йәл, әммә был ҡараш йәмғиәттә бер нисә быуат дауамында нығынған, ул беҙҙә инстинкт кимәлендә һаҡлана. Шуға күрә лә ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы ир-ат эскелегенән күпкә хәүефлерәк.
...Гөлйыһан мәктәптән һуң бер ҡайҙа ла белем алманы, ата-әсәһенең ҡырҡа ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, ауылда “яуыз” тигән даны таралған ҡыҙыу холоҡло, дыуамал Әүхәҙигә йәш кенә көйөнсә кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы. Йәнәһе, “мөхәббәт” тип, үҙенә-үҙе хөкөм ҡарары сығарғанын аңланымы икән ул шул ваҡытта? Тәүге йылдарҙа, бәлки, ғаилә хәлдәре ул тиклем мөшкөл дә булмағандыр: ауыл уртаһында бынамын тигән күркәм йорт һалып сыҡтылар, ярайһы ғына донъя тупланылар. Ике балаға ата-әсә булдылар.
Әммә Әүхәҙиҙең әшәке холҡо бар яҡшылыҡтарҙы бер юлы юйып ташларлыҡ: уның эскелек менән мауығыуы бер бәлә булһа, ҡатынын әйләнгән һайын кеше ҡарамаҫлыҡ итеп туҡмап ташлауы - тағы ла олораҡ бәлә... Тән яралары һыҙлауҙан бигерәк, күңел ғазаптарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, уларҙан анһат ҡотолоу юлы эҙләп рюмкаға үрелгәндер, бәлки, үҙен күрәләтә тороп һәләкәткә этәргәнен аңламағандыр Гөлйыһан... Башта уның алһыу, көләкәс йөҙө моңһоуланһа, аҙаҡ һырҙар һәм һағыш менән ҡапланды, ә рюмкаға йышыраҡ үрелгән һайын битарафлыҡ һәм ҡара тут менән ҡаплана барҙы...
Әлеге көндә ғаиләнең хәле хөрт: ҡасандыр балҡып торған йорт шыҡһыҙлығы менән өркөтә, йүнле тәрбиә күрмәгән балалары йәмғиәт өсөн бер файҙаһыҙ, буш ке­шеләр булып үҫкән, ә ир менән ҡатын һаман ҡушарлап эсә лә һуғыша, эсә лә һуғыша. Һуңғы тапҡыр Әүхәҙи Гөлйыһанға ҡайнап торған сәйнүк менән һелтәнгәнен, ҡатындың ҡулы ҡанһырағансы янып, күпсеп сығыуы хаҡында ауыл бер нисә көн шаулап торһа ла, ярҙам итеүсе генә юҡ, ситтән күҙәтәләр.
Ҡатын-ҡыҙҙы эскелеккә төрлө сәбәп этәрә. Яңғыҙлыҡ, уңышһыҙ шәхси тормош, эскесе ир-ат менән уртаҡ тормош ҡороу, стресс кисе­реү, үҙен яҡлауһыҙ тойоу, проблемаларҙы оноторға теләү һәм башҡалар. Хәйер, уларҙың барыһын да бер кәлимә һүҙ - аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә теләмәү менән алмаштырырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙ билдәле бер күңел торошон табыу өсөн рюмка күтәрә, бер аҙ иҫерһә, уға проб­лемалар - еп-еңел, тормош ифрат ҡыҙыҡлы һымаҡ тойола, ҡыҫҡаһы, иҫереү йәшәү тойғоһон бүләк итә. Артабан ҡатын-ҡыҙ, әһәмиәтле йәшәйеш ғәмәлдәрен иҫереү хәленә күсерә барып, бер ни тиклем ваҡыттан һуң эскесегә әйләнә - процесҡа биология, физиология ҡушыла һәм кеше сирлегә әүерелә. “Йәшел йылан” бик яуыз - быны һәр саҡ хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: эсеп, бер генә проблеманы ла хәл итеп булмай!
Бөгөн ҡатын-ҡыҙ араһында коктейль, һыра, “джин-тоник” кеүек эсемлектәр бик популяр: йәнәһе, улар еңел генә эселә, “зарарһыҙ” тип иҫәпләнә. Әммә был - ҙур хата! Әхирәттәр менән бер компанияла даими эсеү йәиһә телевизор янында яңғыҙ ғына һыра һемереү алкоголгә күнегеүгә килтерә - кирегә юл юҡ! Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы статистикаһы түбәндәгесә: спиртлы эсемлектәр эскән ҡатын-ҡыҙҙың 25 про­центы бының менән даими шөғөлләнә, 44 проценты өҙлөкһөҙ осорҙа эсеп ала, 3,9 проценты һирәк кенә эсә, 28 процент ҡатын-ҡыҙҙарҙың эсмәй торған ваҡыттары йә көндәлек эскелек, йәиһә туҡтамайынса өҙлөкһөҙ эсеү менән алмашып килә.
Ҡатын-ҡыҙ эскелектең тәүге этабында үҙендә алкоголле эсемлектәргә ҡаршы торорлоҡ көс таба алһа ла, артабан был ҡатмарлашҡандан-ҡатмарлаша бара, аҙаҡ иһә 200-300 грамм еңел алкоголле эсемлек ҡапһа ла, тиҙ генә иҫерә лә ҡуя. Спиртлы эсемлеккә психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә, эскелек зәле (похмельный синдром) сағыуыраҡ була бара. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ алкоголизм сиренә бик тиҙ - бер йылдан өс йылғаса ваҡыт арауығында дусар була. Сағыштырыу өсөн: ирҙәрҙең был осоро ун йылға тиклем һуҙылыуы ихтимал.
Фото: Т.Роза
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: