Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Ҡарттар йортона урынлашҡым килә..."

Туғандары бар, әммә улар килмәй, ти. Уларҙың береһе уның пенсияһын алып тора.

Учалыла уҡыусы ҡыҙ Вилена Рафиҡоваға урамда хәйер һорашҡан әбей тап булып, унан дауаханаға алып барыуҙы һорай. "Йоҡларға ятырмын да үлермен тип ҡурҡам", ти уға әбей.
Ҡыҙ бала бер нисек тә ярҙам итә алмай, әммә социаль селтәргә оло йәштәрҙәге ҡатындың хәле тураһында һүрәтләп яҙып һала. Шунда уҡ был яҙмаға бик күптәр иғтибар итә һәм әбейҙең хәленә битараф ҡалмаған изге күңелле кешеләр табыла.
Шуларҙың береһе - Әлиә Теләүбирҙина әбей менән яҡындан танышыр, хәлен белешер өсөн уны эҙләп бара. "Өй йәшәрлек түгел, аптырайым, бында нисек көн күрәлер. Әҙерәк аҙыҡ-түлек алдым. Туғандары бар, әммә улар килмәй, ти. Уларҙың береһе уның пенсияһын алып тора. Былай йәшәп арыным, ҡарттар йортона барғым килә, ти ҡатын", - тип хәбәр итә ул.

Фотоһы буйынса ҡатынды тиҙ таныйҙар. Исеме - Флүрә. Улы үлгәндән һуң, пенсия ала торған картаһы менән бергә ейәнсәре лә юғалған. Шул ваҡыттан бирле оло кеше урамға сығып теләнселәнергә мәжбүр.
Автор: Аклима Гизатуллина.
Фото Т.Роза
Читайте нас: