- Йәл. Минең уларға бүләк эшләгем килгән ине, - ти София.
- Рафаэль бабай Өмөтбаевты һәм Рәйфә әбей Ғафарованы беләһеңме? Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҫмер генә булғандар, әммә бар көстәрен һалып эшләп, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөштәрен индергәндәр. Теләһәң уларға бүләк яһай алаһың, - тинем.
Һеңлеп дәртләнеп уларға открытка яһарға тотондо. Туғыҙынсы майға тиклем көндәрҙе һанай, көн һайын открыткаларын барлап ҡуя. Байрам көндө матур күлдәктәрен кейеп, күршелә йәшәүсе уҙамандарҙы ҡотларға инде. Ветерандарҙың йөҙөндәге йылмайыуҙың май ҡояшынан ла сағыуыраҡ булыуын күреү күңелдәрҙе тағы ла күтәреп ебәрҙе. Эйе, уҙамандарға затлы бүләктәрҙән бигерәк ихлас иғтибар ҡәҙерлерәк шул. Байрамдарҙа ғына түгел, көн һайын бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ, ихтирамлыраҡ булһаҡ, донъябыҙ тағы ла матурайып китер ине.
- Рәхмәт, балалар. Илебеҙ тыныс булһын. Ул йылдар бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын. Аҡыллы, тәүфиҡлы булығыҙ, -тип оҙатып ҡалды улар.
Үҫеп килеүсе балаларҙың Бөйөк Ватан һуғышының, Еңеү байрамының нимә икәнен аңлай, ветерандарға ихлас йөрәктән рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләй икән – тимәк, хәтер йәшәй. Бөгөн бәғзе бер әҙәмдәрҙең тарихты үҙгәртеп, Совет халҡының фашизмды еңеүҙәге ролен бөтөрөп ташларға теләгән заманда был бигерәк тә әһәмиәтле. Совет халҡының 1418 көн һм төн дауамында илебеҙҙең азатлығын яҡлаусы олатай-өләсйәҙәребеҙ, илебеҙ тормошонда һәм кешеләр яҙмышында мәңгелек эҙ ҡалдырған һуғыш тураһында хәтерҙе бер кем дә йөрәктәрҙән юя алмаясаҡ. Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланыуы тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Эльнара Шаймарҙанова.