Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
1 Май 2020, 13:46
Победа 1945-2020

Йыр марафонына Түбәнге Новгород ҡушылды

Бөгөн, 1 майҙа, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонын Түбәнге Новгород өлкәһе ҡабул итте.#песнипобедыПФО #нашденьпобеды

Илһөйәрлек акцияһына өлкәнең академия, халыҡ, эстрада коллективтары, губерна оркестры солистары һәм “Тауыш. Балалар” шоу-конкурсы ҡатнашыусылары ҡушылды. Улар араһында А.С. Пушкин исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт опера һәм балет театры солистары Виктор Ряузов, Татьяна Гарькушова, Александр Зубаренков, губерна оркестры солистары Дмитрий Зубарев, Татьяна Волкова, Дмитрий Маресев, “Любава” халыҡ йыр ансамбле, Рәсәй Милли гвардияһы Волга буйы ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү ансамбле, “Тауыш. Балалар” шоу-конкурсы ҡатнашыусылары Дарья Лебедева һәм Егор Григорьев, “Jack Daniels Time” төркөмө солистары Владимир Торопыгин һәм Андрей Паньшин бар.

Марафон өсөн видеояҙмалар эшләү, йырҙы яҙҙырыу илебеҙҙә коронавирусҡа бәйле изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылған. Съемкалар Түбәнге Новгород Кремле, Чкалов иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл, “Герой” катеры янында үткән.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек был өлкә халҡы ла Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерә. Һуғыш йылдарында бында үҙенсәлекле хәрби-сәнәғәт предприятиелары комплексы туплана. Ғәмәлдә бында бөтә төр оборона тауарҙары – ҡоро ер ғәскәрҙәре, авиация һәм флот өсөн ҡорал, шартлатҡыстар, реактив яғыулыҡ етештерелә. “Красное Сормово” заводы фронтҡа 12 меңдән ашыу Т-34 танкыһы, 27 һыу аҫты кәмәһе оҙата. Һәр өсөнсө ватан истребителе С. Орджоникидзе исемендәге Горький авиация заводында сығарыла.

Урындағы халыҡ яралыларға ҡан биреү эшенә әүҙем ҡушыла. Һуғыш йылдарында фронтҡа 92 мең литр ҡан оҙатыла.

“Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына Түбәнге Новгород халҡы ҙур ғорурлыҡ менән ҡушылып, данлыҡлы “Еңеү көнө” йырын ҙур ихласлыҡ менән башҡара. Сарала Волга буйы федераль округының 14 төбәге ҡатнаша. Түбәнге Новгород өлкәһе эстафетаны Пермь крайына тапшыра.

Был сара урындағы һәм федераль телеканалдар, радиостанциялар аша тапшырыла, шулай уҡ яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.

#песнипобедыПФО #нашденьпобеды

Фото: nn.aif.ru

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: