Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2020, 14:39
Победа 1945-2020

Ҡаһармандарҙың исемен мәңгелләштереүҙә ҡатнаш!

Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары тураһында мәғлүмәт туплау буйынса “Хәтер юлы” проектының аралыҡтағы һөҙөмтәләрен барлағандар. Тәүге биш лидер иҫәбендә Волга буйы федераль округының дүрт төбәге бар, шул иҫәптән, Башҡортостан да.

Беҙҙең республикала һуғышта ҡатнашыусылар тураһында 515 мең материал йыйғандар, уларҙың 21 меңдән ашыуы – фотоһүрәттәр.

“Хәтер юлы” мультимедия комплексы өсөн Үҙәк хәрби округының хәрби комиссариаттары 6 миллионға яҡын материал туплаған, шул иҫәптән 200 меңдән ашыу фронтовиктарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фотоһүрәттәре.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы тормошҡа ашырған “Хәтер юлы” проекты – Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары тураһында тупланған, барыһына ла асыҡ булған берҙәм мәғлүмәт базаһы ул.

Илдең төрлө төбәктәрендә йыйылған материалдар исемдәрҙән, фронтовиктарҙың һәм оборона предприятиелары хеҙмәтсәндәренең, партизандарҙың һәм блокадаланған Ленинград кешеләренең, мәҙәниәт учреждение хеҙмәткәрҙәренең, хәрби корреспонденттарҙың хаттарынан һәм портреттарынан торған бик ҙур һәйкәлдең өлөшөнә әүереләсәк.

“Хәтер юлы” экспозицияһын “Патриот” хәрби-патриотик паркы биләмәһендә ҡуясаҡтар. Унда Рәсәй Ҡораллы Көстәренең төп ҡорамы ла төҙөлә.

Галереяның оҙонлоғо 1418 аҙымға тиң һәм Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан алып Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем үткән 1418 көндө символлаштыра. Дөйөм алғанда, микрофотография технологияһы ярҙамында галереяға 33 миллионға яҡын Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының фотоларын урынлаштырыға планлаштыралар.

Улар араһында совет кешеләре менән бер рәттән сит ил граждандары ла бар. Мәҫәлән, “Нормандия-Неман” француз полкы осоусылары.

Проектта һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн Рәсәй Оборона министрлығы сайтында “Хәтер юлы” мәғлүмәти бүлеген табырға (https://foto.pamyat-naroda.ru/), Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы йәки тыл хеҙмәтсәне тураһында мәғлүмәт һәм фотолар һалырға кәрәк. Был материалдарҙың барыһы ла мультимедиялы галереяға инәсәк.

Фото: kubnews.ru

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: