Йәйҙәрен баҫыуҙарҙа тәпке тотоп, сөгөлдөр утаған, көҙҙәрен, һауаның төрлө шарттарында ла ҙур бысаҡтар менән япраҡтарын ҡырҡып, ҡул менән машиналарға тейәгән ҡатындар тарихта һәм оло быуындарҙың хәтерендә генә ҡалды. Әле бөтә эште ҡеүәтле техника башҡара: улар һирәкләп сәсә, агрохимикаттар һибә, көҙөн таҙарта.
Районда сөгөлдөр 936 гектар майҙанда үҫтерелгән. Шуның 600 гектары – “Үҙәк” МТС-нда. Районда МТС хужалығы шәкәр ҡаҙыу буйынса мөһим эште башлаған да инде. Беҙ барғанда Үрге Төкөн ауылы эргәһендәге баҫыуҙа эштәр тулы ҡеүәттә бара ине. Комбайндар, тейәгес агрегаттың гөрөлдәүе тирә-яҡҡа таралған. Эшсәндәр эшләү өсөн ҡулай һауа шарттарын файҙаланып ҡалырға тырыша.
- Уңыштың гектар ҡеүәте 400 центнер тәшкил итә. Был хеҙмәтсәндәрҙең дөйөм эш һөҙөмтәһе, сөнки һәр культураны баланы тәрбиәләгән кеүек ҡарарға кәрәк. Улар һәр минуттың ҡәҙерен беләләр. Яҙын Рөстәм Рәхимов, Ринат Сәләхетдинов сәсһә, Линар Батталов, Зәбир Мөхәмәтов химик утауҙы башҡарҙы. Шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү механизаторға ла, агрономға ла ҙур талаптар ҡуя. Бар эштәр ҙә ул саҡтағы агроном Зөлфәр Саньяров етәкселегендә ентекле башҡарылды. Шулай уҡ шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр - сөгөлдөр күп дым талап итә торған культура, ә быйыл йәй ямғырлы булды. Бар эштәрҙең һөҙөмтәһе бөгөнгө көндә шатландыра. Әле татлы тамыр уңышын Николай Беляев “Grimme” һәм Рәмзил Абдуллин “Holmer” комбайндарында ҡаҙып ала. “Bobcat” тейәгесендә Рәмил Ғөбәйҙуллин эшләй. Ә таҙартылған татлы тамырҙы йылдағыса Шишмә һәм Мәләүез шәкәр заводтарынан ярышып тигәндәй “КамАЗ”дар килеп ала, сөнки беҙҙең уңыш бик яҡшы, - ти “Үҙәк” МТС-ының “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалының әйҙәүсе агрономы Фәнил Ғәлиев.
Ерҙә йәне-тәне менән бирелгәндәр эшләй. Уларҙың әсе тир түгеп башҡарылған татлы хеҙмәт емешен тиҙ арала йыйып алырға булһын.
Эльнара Шаймарҙанова фотоһы.