Муниципаль район хакимиәте архивында - район тарихы. Унда оҙаҡ йылдар тупланған рәсми документтар һаҡлана. Үткән ваҡиғаларҙы тергеҙеү өсөн күптәр бында килә. Ғөмүмән, архив документтарҙы һаҡлауға, тулыландырыуға һәм ҡулланыуға йүнәлтелгән. Был эштең барышы, документтарҙы һаҡлау һәм башҡа һорауҙар тураһында район хакимиәтенең архив бүлеген 17 йылдан артыҡ етәкләгән Альбина Рафиҡ ҡыҙы Мәсәғүтова менән әңгәмәләштек.
- Альбина Рафиҡ ҡыҙы, Һеҙгә ниндәй һорауҙар менән киләләр һәм йыш мөрәжәғәт итәләрме?
- Архив документтар дәүләткә, йәмғиәткә һәм, әлбиттә, халыҡҡа хеҙмәт итә. Шуға ла мөрәжәғәттәр күп. Уҙған йылда беҙгә 2148 социаль-хоҡуҡи, 13 тематик, 3 генеологик һорау менән килделәр. Бөтә һорауҙарҙың 78 процентына яуап электрон формала бирелде. Иң күп һорауҙар – стажды, эш хаҡын, милекте, фактик йәшәүҙе раҫлау хаҡында. Фәнни эш менән шөғөлләнеүселәр ҙә йыш мөрәжәғәт итә, сөнки архив документтарҙы ҡулланып, диплом һәм тикшеренеү эштәре яҙыла. Шулай уҡ китап сығарыуға ла ярҙам итәбеҙ.
- Шәжәрә төҙөү буйынса ла һеҙгә мөрәжәғәт итергәме?
- Әлбиттә. Беҙҙең бүлеккә райондан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә киләләр. Былтыр хатта шәжәрә төҙөү өсөн тамырҙары районыбыҙҙа булған Англия кешеһен хеҙмәтләндерҙек.
Ғөмүмән, беҙҙең архивтағы иң тәүге документ - ул саҡтағы Күлләр ауыл Советының “Хужалыҡ китабы” (“Похозяйственная книга”). Ул 1936 йылда барлыҡҡа килә. Ә 2001 йылға тиклем бындай документтар архивта булһа, 2002 йылдан алып ауыл Советтарында һаҡлана. Ә 1936 йылға тиклемге ваҡиғаларҙы белеү өсөн БР Милли архивына (Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 4) мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Элекке колхоздар бөттө. Әгәр ҙә пенсияға сыҡҡанда унда эшләгән йылдар кәрәк булһа, һеҙгә мөрәжәғәт итергәме?
- 2011 йылда Рәсәй Пенсия фонды һәм Башҡортостан бүлеге араһында электрон рәүештә мәғлүмәт алыу тураһында килешеү төҙөлә. Ошо нигеҙҙә Пенсия фонды кәрәкле документтарҙы электрон почта аша һората. Пенсияға сығыр алдынан кешегә теге йәки был документ, йә эшләгән урыны тураһында мәғлүмәт етеп бөтмәй икән, бының өсөн архивҡа килеүҙең кәрәге юҡ. Барыһын да Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре һората ала, был эште күпкә тиҙләтә, халыҡ өсөн дә уңайлы.
- Әгәр ҙә документтар ситтәге башҡа төбәктең архивтары менән бәйле икән, был саҡта мәғлүмәтте һеҙ һоратып алырға тейешме?
- Запросты беҙ эшләмәйбеҙ, әммә адрес буйынса белешмә, ориентир бирәбеҙ, йәғни, мәғлүмәттең ҡайҙа булыуы тураһында хәбәр итәбеҙ. Оло кешеләргә иһә ярҙам йөҙөнән үҙебеҙ ҙә юллайбыҙ.
- Дөйөм алғанда, ниндәй күләмдәге документтар менән эшләйһегеҙ? Эш өсөн нимәләр бар?
- Бөгөнгө көнгә архивта 42 мең 157 берәмек документ иҫәпләнә. Был 131 фонд, шул иҫәптә 102 - идара итеү, 13 – шәхси сығыш (билдәле шәхестәр), 16 – шәхси состав (ликвидацияланған ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар) буйынса. Бөгөнгә сығанаҡтар исемлегендә 46 ойошма комплектациялана. Уларҙан 22 ойошманың архив өсөн айырым бинаһы (уларҙа эш башҡарыуға һәм архив эшенә яуаплы кеше билдәләнгән), ә берәүҙең (үҙәк дауахана) штатында хеҙмәткәр - архивариус бар. Ә беҙҙең архивта ике хеҙмәткәрбеҙ.
- Архивтарҙағы ҡағыҙҙар һарғая, янғын сығыу хәүефе лә бар. Ҡағыҙҙарҙы һаҡлау буйынса ниндәй саралар күрелә?
- Беренсенән, архивта документтарҙы һаҡлау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Температура-дымлылыҡ режим нормаға ярашлы, ул электрон рәүештә фиксациялана. Документтарҙың 90 проценттан күберәге махсус ҡаптарға һалынған. Янғын сыҡҡанда ла шундай ҡаптарҙа хәүеф аҙ. Һуңғы йылдарҙа яңы технология буйынса әлегә айырыуса мөһим документтарҙы цифрлаштырыу башланды. Бының өсөн бөтә кәрәкле аппаратура алынды.
- Райондың ҡайһы бер шәхестәре шәхси документтарын район архивына тапшырырға теләһә, ҡабул итәһегеҙме?
- Әлбиттә, ҡабул итәбеҙ. Районыбыҙ тарихына ингән һәр мәғлүмәт ҡәҙерле. Уларҙы киләсәк быуындарға һаҡларға һәм еткерергә кәрәк. Архив кешелектең белем сығанағы, үткәндәр менән киләсәкте бәйләүсе булып тора. Халҡыбыҙҙың бер ниндәй хаҡ ҡуйылмай торған байлығын туплау, һаҡлау, уларҙы байытыу, кәрәк икән ҡағыҙҙарға реставрация яһатыу - беҙҙең бурысыбыҙ ул.
- Һеҙгә ниндәй көндәрҙә мөрәжәғәт итергә була?
- Һәр аҙнала шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә 9.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем ҡабул итәбеҙ. Һорауҙарҙы Рәсәй почтаһы һәм электрон почта аша ла ебәрергә мөмкин. Беҙҙә ике көн – шишәмбе һәм йома көндәрендә тикшеренеүселәр эшләй.
- Архивсы ниндәй булырға тейеш?
- Уға тарихсы ла, тел белгесе лә, психолог та булыу зарур. Иң мөһиме, эшеңде яратырға, түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк. Беҙҙең ҡараштан, ярҙамдан, йүнәлеш биреүҙән артабанғы эштең һөҙөмтәһе тора. Мөрәжәғәттәрҙе ҡәнәғәтләндереү өсөн һәр кемгә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ.
- Альбина Рафиҡ ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Фәниә Сәлимгәрәева әңгәмәләште.