Ул был наградаға республиканың киң мәғлүмәт сараларында баҫылған замандаштар тураһында мәҡәләләр циклы өсөн лайыҡ булды. Ул әҙәбиәт донъяһында очерксы булараҡ билдәле, уның мәҡәләләренең геройҙары – хеҙмәт кешеләре. Фәнзил Бүләк улы шулай уҡ йәш журналистарҙың формалашыуы буйынса ла әүҙем ярҙам күрһәтә.
Быйыл премияға 13 авторҙың һәм 1 ижади коллективтың эштәре тәҡдим ителгәйне. Уларҙың өсәүһе лауреат исеменә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең 100 мең һумлыҡ премияһына лайыҡ булды.
Лауреаттар араһында эссе жанрындағы «Хәтер ипкендәре» хәтирәләр йыйынтығында ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы йәмғиәт, республика тормошо һүрәтләмәләре өсөн Тәлғәт Сәғитов, республиканың билдәле журналистарының береһе, Башҡортостандың күренекле рәссамдары, музыканттары, уҡытыусылары, башҡа мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәренең ижадына арналған бик күп телефильмдар һәм мәҡәләләре өсөн Айгөл Усманова ла бар.
- “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф алдынғыһы кеүек маҡтаулы исемдәргә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты исеме өҫтәлеүе минең өсөн мәртәбәле дәрәжә. Мәктәптә уҡыған йылдарымда ҡәләм тирбәтеүҙән башлаған бәләкәй генә ижади эштәрем бөгөн килеп, ошондай юғары баһалауға етеүенә бик шатмын һәм артабан да бар булмышым менән ижадҡа тоғро ҡалырмын, тип ышанам, - тип уртаҡлашты Фәнзил Санъяров.
Яҡташыбыҙҙы ихлас күңелдән лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
Ынйы Сәлихова.