Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
12 Август 2021, 10:59

Йәш ғаиләләргә тағы ла бер бүләк

Шәп яңылыҡ бит! Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Йәш ғаиләләргә тағы ла бер бүләк
Йәш ғаиләләргә тағы ла бер бүләк

Рәсәй  Президенты Владимир Путин яңы ҡарар ҡабул иткән. Хәҙер шәхси йорттар һалыу өсөн дә ташламалы кредит алырға мөмкин буласаҡ. Бындай төр кредитты алыу өсөн ғаиләлә бала булыу шарт. Шулай уҡ һалынасаҡ йорттоң проекты ла стандарт булыу мөһим. Ташламалы кредиттарҙы  ниндәй ставка менән бирәсәктәре әлегә билдәле түгел. Ул 6 проценттан да юғары булмаясаҡ тип көтөлә. Кредит суммаһы төбәккә бәйле буласаҡ. Быға тиклем ташламалы шарттарҙа кредитты яңы төҙөлгән күп фатирлы йорттарҙа ғына алырға мөмкин ине. 

Рәсәй  Банкы ҡарарҙы 1 декабрҙән ғәмәлгә ашыра башларға тейеш.

Автор:Венер Исхаков
https://shonkar.com/articles/novosti/2021-08-11/y-sh-ail-l-rg-ta-y-la-ber-b-l-k-2462104?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: