Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
17 Май 2021, 10:13

Яратҡан артисыбыҙ Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, арҙаҡлы милләттәшебеҙ, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиум ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды.

Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәтенә ҙур өлөш индергән, үҙенең ҡабатланмаҫ образдары менән нисә быуын тамашасыларын һөйөндөргән яратҡан артисыбыҙға артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр, сағыу образдар, тамашасы һөйөүе теләйбеҙ!

Фото: Хөрмәтулла Үтәшевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас: