Даирә
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
25 Март 2021, 10:39

“Һуғыш балалары” хаҡында

Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Шәрипов Радий Хәбировҡа һуғыш балалары тураһындағы законға бәйле башланғысы өсөн рәхмәт әйтте.

“Ошондай закон ҡабул итеү һәм һуғыш балаларына махсус статус биреү зарурлығы тураһында күптән һүҙ алып барабыҙ. Закон ҡабул ителеү менән республикала йәше 75-тән үткән “Һуғыш балалары” тигән ветерандар категорияһы барлыҡҡа киләсәк.
Ҡайһы бер льготалар ҙа ҡарала, иң мөһиме – һуғыш балаларының статусы рәсми таныла, уларға махсус таныҡлыҡ тапшырыла. Ошо мәсьәләләге әүҙем позицияһы һәм ветерандарға иғтибары өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт. Беҙ был ҡарарҙы тулыһынса хуплайбыҙ”, – тине Валерий Шәрипов.
Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Һуғыш балалары тураһында”ғы закон проектын иртәгә пленар ултырышта ҡарай.
“Закон ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡабул ителәсәк. Иң мөһиме – уны тормошҡа ашырыу йәһәтенән Хөкүмәт менән үҙ-ара эш итәбеҙ. Ул ябай декларация булып ҡына ҡалмаясаҡ, өлкән быуын кешеләренә тейешле социаль ярҙам күрһәтеп, күп йылдар эшләйәсәк. “Берҙәм Рәсәй”ҙең башланғысын башҡа партиялар ҙа хуплап сығыр, тип ышанам. Ветерандарға, һуғыш балаларына ярҙам күрһәтеү – партия-ара көнәркәшлек майҙаны түгел. Был мәсьәлә тирәләй беҙгә берләшергә һәм күптән өлгөрөп еткән дөрөҫ ҡарарға килергә кәрәк”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров һуғыш балалары тураһындағы закон проектын әҙерләүҙең мөһимлеген билдәләне.
“Минеңсә, закон проекты бик кәрәк һәм бик мөһим. Һуғыш балаларына, йәғни өлкән быуынға ярҙам күрһәтеүҙе ойоштроу мәсьәләләре бөгөн айырыуса көнүҙәк, – тине ул. – Документ ҡабул ителеү менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында зыян күргән ошо кешеләр категорияһына өҫтәмә социаль ярҙам саралары закон нормаһына әүереләсәк. Уларға бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләргә, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына юлламаны сиратһыҙ алыу хоҡуғын бирергә тәҡдим ителә. Бынан тыш, әлеге башланғыс тарихи иҫтәлекте һаҡлау өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләйем. Тап ошо категория һуғыш һәм атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында тере генетик иҫтәлекте тәшкил итә. Һәм улар хаҡында хәстәрлек, рәхмәтле быуын булараҡ, беҙҙең бурысыбыҙ”.
Әйткәндәй, федераль кимәлдә һуғыш балалары тураһындағы проект закон сығарыусылар тарафынан күптән, атап әйткәндә, 2014 йылдан ҡарала. Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында һуғыш балаларына айлыҡ пособиеларға һәм льготаларға эйә булыу хоҡуғын биргән төбәк закондары ғәмәлгә индерелгән.
Башҡортостанда закон проекты менән 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған кешеләргә “Һуғыш балалары” статусын бирергә, уларға социаль ярҙам сараларын билдәләргә тәҡдим ителә.
Закон быйыл майҙан көсөнә инер, тип күҙаллана.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: