Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
20 Ғинуар 2021, 14:20

Хыялдар тормошҡа аша

Ошо көндәрҙә районда “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” маҡсатлы федераль программаһына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән йәш белгестәр - район үҙәк дауаханаһының табип-онкологы Насип Сибәғәтуллинға, Николаевка фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Марина Пономареваға, тиҙ ярҙам машинаһы водителе Руслан Майоровҡа йорт асҡыстары тапшырылды. Өй туйлаусыларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Салауат Камалетдинов, “ИнтерПром” йәмғиәтенең генераль подрядсыһы Рафаэль Солтанғәлиев ҡотланы.

" Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Ил иҡтисады ҡатмарлы ваҡыт кисерһә лә, Хөкүмәтебеҙ халыҡ алдындағы бурыстарҙы үтәүен дауам итә. Ҡыҫҡа сроктар бирелеүгә ҡарамаҫтан, беҙ программала ҡатнашырға теләк белдерҙек һәм бөгөн һеҙ бушлай социаль түләүҙәргә эйә булдығыҙ.
Өйлө булыуығыҙ менән һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайым, халыҡ мәнфәғәте өсөн ауыр эшегеҙҙә уңыштар, татыу ғаиләләрегеҙҙә сәләмәт һәм бәхетле балалар үҫеүен теләйем", - тине тантаналағы сығышында район хакимиәте башлығы Әлфир Фәрхәт улы.
“Мин торлаҡ алыуға сиратта торҙом. Көндәрҙән бер көндө миңә шылтыратып, һеҙгә өй төҙөнөк, тип әйттеләр. Был, әлбиттә, минең өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды. Быға тиклем балалар менән атай-әсәйемдәрҙә йәшәнем. Өйлә булыу – минең хыялым ине. Әле булһа ышанып бөтә алмайым.
Республика Хөкүмәтенә, район хакимиәте башлығына һәм райондың баш табибына ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - тине тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан йәш белгес Марина Пономарева.
“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһының шарттары буйынса йәш белгестәр 5 йыл бер урында эшләгәндән һуң йортто йәиһә фатирҙы торлаҡ хаҡының 10 процентын түләп, һатып алыу мөмкинлегенә эйә, ә 10 йылдан һуң ул 1 процент тәшкилә итәсәк.
Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн был йорттар тулыһынса файҙаланыуға әҙер, бөгөндән күсенеп сығырға була. Йылы үткәрелгән, бөтә уңайлыҡтар бар. Программаны бойомға ашырыу йомғаҡтары буйынса, өс бүлмәле йорттоң
Хаҡы 1,5 миллон һумға төшә. Йорттар һалыу өсөн район, респбулика бюджетынан аҡса бүленгән.
Читайте нас: