Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
20 Декабрь 2020, 05:54

Михаил Мурашко тәбрикләне

"Бөгөн йәнә шатлыҡ һәм ғорурлыҡ өсөн яҡшы сәбәп бар. Пандемия осоронда ошондай объекттар бик кәрәк".

Кисә Стәрлетамаҡта клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылды тип хәбәр иткәйнек. Был госпиталь 10 октябрҙә төҙөлә башлағайны. Мәскәүҙән видеобәйләнеш аша республика табиптарын был мөһим ваҡиға менән Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡотланы. "Ярты йыл элек беҙ Радий Фәрит улы менән тантаналы шарттарҙа Өфөлә клиник йоғошло ауырыуҙар үҙәген асҡайныҡ. Шул саҡта, тиҙ төҙөлгән госпиталь проекттарын арттырырға кәрәк, тип һөйләшкәйнек. Пандемия осоронда ошондай объекттар бик кәрәк. Һәм бына бөгөн йәнә шатлыҡ һәм ғорурлыҡ өсөн яҡшы сәбәп бар. Стәрлетамаҡта яңы ковид-госпиталь асылды. Уны проектлау, төҙөүгә ҡағылышы булған, шулай уҡ бында эшләйәсәк һәр кемде ихлас ҡотлайым", – тине федераль министр. Радий Хәбиров табиптар һәм республика халҡы исеменән Михаил Мурашкоға уның Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһы мохтажлыҡтарына даими иғтибары өсөн рәхмәт әйтте. "Ул бик ауыр ваҡытта министр булды. Был саҡта бар һаулыҡ һаҡлау системаһын мобилләштерергә һәм хәрби шарттарға тиерлек күсерергә тура килде. Михаил Альбертович был бурыстарҙы үтәне, үҙен бик яҡшы министр итеп күрһәтте", – тине Радий Хәбиров. Фото: Олег Яровиков. Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: