Даирә
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
3 Сентябрь 2020, 13:35
Халыҡ фекере - иң мөһиме
"Ҡуштауға бындай статус биреү Башҡортостандың инвестиция климатына йоғонто яһамаясаҡ".
Башҡортостанда халыҡ менән эшләүҙең яңы мәҙәниәте барлыҡҡа килә, бында кешеләрҙең фекере иҫәпкә алына тигән фекерҙе республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, БДУ-ның Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институтындағы макроиҡтисад үҫеше һәм дәүләт идараһы кафедраһы мөдире Азат Йәнгиров белдерҙе. Был турала ул Радий Хәбировтың Ҡуштауға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү тураһындағы бөгөнгө ҡарарынан һуң әйтте.
"Ресурстарҙы файҙаланыуҙың рөхсәт моделенән килешеү моделенә күсеү тигәнде аңлата был. Халыҡ фекере иң мөһиме тип таныла. Тимәк, артабан ошондай ҙур объекттарҙы эшкәртеү урындағы кешеләрҙең фекерен иҫәптә тотоп алып барылырға тейеш. Был килешеүле модель тип атала", – тине ул.
Белгес фекеренсә, Ҡуштауға ошондай статус биреү Башҡортостандың инвестиция климатына йоғонто яһамаясаҡ, сөнки бындай моделдәр башҡа илдәрҙә лә тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Канадала һәм Австралияла.
“Донъяла ҙур ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙе урындағы халыҡ менән килешеп башҡарыу механизмдары бар. Был дәүләттең инвестиция климатына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай”, – тине ул.
Ә “БСК”ның акциялар пакетын федераль милеккә тапшырыу мөмкинлеге тураһында фекер йөрөтөп, иҡтисадсы, контроль пакетты Башҡортостан милкенә биреү дөрөҫ булыр ине, тине.
"Бында шуны билдәләргә кәрәк: республика һәм Рәсәй масштабында хосусилаштырыу һөҙөмтәләре кире ҡаралмай, тик етешһеҙлектәр менән башҡарылған айырым этаптар, айырым операциялар ғына ҡарала. Шулай итеп, беҙ инвесторҙарға һүҙҙең системалы кире процестар тураһында бармауын аңлатабыҙ. Һүҙ аныҡ предприятиеның аныҡ операцияһы тураһында ғына бара", – тине Азат Йәнгиров.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Hali-fekere-i-m-ime-437922/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?