Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
3 Сентябрь 2020, 14:00

Башҡорт рок-музыканттары концерт ҡуясаҡ

“Бүреләр”, Артур Кәбиров... Тағы кемдәр, ҡайҙа, ҡасан?

Бөгөн Ағиҙел ярында башҡорт рок-музыканттары сығыш яһаясаҡ.
“Бүреләр” төркөмө күптәргә яҡшы таныш. 2000 йыл башынан сығыш яһаған төркөмдө “Көрәш, йәшәү хаҡына”, “Һинең күҙҙәрең”, “Мәңгегә” йырҙары аша танырға мөмкин.
“Бишбармаҡ” төркөм булараҡ яңыраҡ ойошто. Уның составында ҡасандыр “Башҡортостан баш ҡалаһы” йыры менән илһөйәр йәштәрҙең һөйөүен яулаған Вәсил Ғафаров, “Ҡош юлы” бард фестивале лауреаты, бейеүсе, Шамонин ауылы балаларынан торған “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин бар.
“Рүзилә+Тәмлекәстәр” төркөмө, ысынлап та, тәмле генә. Шулай уҡ исеме “Ҡош юлы” фестивале арҡылы республикаға яңғыраған Рүзилә Йәмилева етәкселегендәге был төркөм үҙенең сығыштарында этниканың, йәғни миллилектең күп булыуы, йырҙарының фолк жанрына тартымлығы менән әсир итә.
“Клим Егоров” - Өфөнөң рок-музыка һөйөүселәренең яратҡан төркөмдәренең береһе, уларҙың сәхнәлә сығыш яһағанына 11 йыл. Ижади коллектив Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә ойошторолған күп фестивалдәрҙә сығыш яһай, башҡаларҙан үҙенсәлекле стилдәре менән айырыла, сөнки төркөмгә йыйылған музыканттар рок жанрының төрлө йүнәлештәре буйынса уйнай. Был төркөм ун йылдан ашыу ижад ғүмерендә биш альбом сығарған.
“Нимфея” төркөмөн Өфөнөң төрлө мәҙәни сараларында күрергә мөмкин. Коллектив төрлө музыкаль стилдәрҙә сығыш яһай. Ул башҡа рок-төркөмдәрҙән көслө ҡатын-ҡыҙ вокалы һәм лирик, романтик ноталары менән айырылып тора.
Рок-төркөмдәрҙән башҡа, 3 сентябрҙә үҙенең йырҙары менән йәнатарҙарын Артур Кәбиров та ҡыуандырасаҡ. Уның “Минең йондоҙом”, “Тормош”, “Мин ҡайтырмын” кеүек йырҙары башҡорт моңон һөйөүселәргә яҡшы таныш. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры тамашасыһын даими рәүештә концерттары менән ҡыуандыра. Күптән түгел үткән йәйҙең иң сағыу сараһына әүерелгән “Самауырлы ритайым”да сығыш яһаған Артур ҙа иртәгә шул уҡ Ағиҙел ярында, тик рок-концертта һеҙҙе көтәсәк.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Bash-ort-rok-muzikanttari-kontsert-uyasa-437223/
Сара 19.00 сәғәттә башлана.
Фото: Инстаграм
Автор: Айгөл Ғәбитов
Читайте нас: