Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

900 пенсионер түләүһеҙ турист юлламаһы ала

Ярҙам суммаһы 7,8 миллион һум тәшкил итә.

900 пенсионер түләүһеҙ турист юлламаһы ала
900 пенсионер түләүһеҙ турист юлламаһы ала

Түләүһеҙ турист юлламаларын 900 пенсионер һәм инвалид ала

Пенсионерҙарға һәм инвалидтарға турпутевка хаҡының бер өлөш түләүгә субсидия сертификаттары тапшырыу 20 майҙа башлана, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығында.

“Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү” дәүләт программаһының “Туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү” ярҙамсы программаһына булышлыҡ итеү күҙ уңында тотола.

Пенсионерҙарға сертификаттарҙы республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәктәре филиалдарында, шулай уҡ “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә тапшыралар.

Быйылғы программала ҡатнашыусыларға республика биләмәһе маршруты буйынса 170 социаль тур әҙерләнгән. Юлламаны 905 пенсионер һәм инвалид аласаҡ, ярҙам суммаһы 7,8 миллион һум тәшкил итә.

Фото: Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: