Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Ҡытай беҙҙән йүкә балы һатып ала

Башҡортостан буйынса “Россельхознадзор” белгестәре Ҡытайға оҙатыласаҡ 1,5 тонна йүкә балының сифатын тикшерҙе. Һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр был продукцияны республикабыҙ предприятиеларының береһе һата.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт“) ярашлы башҡарыла.

“Был ризыҡ партияһы бөтә лаборатор һынауҙарҙы үтте. Уны мал-тыуарҙың инфекцияһы булмаған биләмәнән килтерҙеләр. Экологик яҡтан таҙа был продуктты Ҡытайҙа мотлаҡ алырҙар тип ышанабыҙ”, – тинеләр ошо күҙәтеү ойошмаһы белгестәре.

Милли проекттың маҡсаты – сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған тауар экспортлауҙы 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыу.

Фото: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: