Даирә
+14 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

"Башҡорт хужабикәһе" иҫкәртә

Беҙ уның шаяртып-көлөп йөрөүенә генә өйрәнгәнбеҙ. Был юлы ул кешеләрҙе һаҡ булырға өндәй.

"Башҡорт хужабикәһе" иҫкәртә
"Башҡорт хужабикәһе" иҫкәртә

"Башҡорт хужабикәһе" булараҡ билдәле блогер Миләүшә Шәйхелисламова һалым органдарына бәйле хәл тураһында хәбәр иткән. Социаль селтәрҙәге шәхси аккаунтында ул блогер-коллегаларын закондарҙы теүәл үтәргә һәм рекламаға бәйле бөтә материалдар менән һаҡ булырға саҡырған. 

Уның һүҙҙәренсә, ҡайһы бер популяр блогерҙарҙың ошо сәбәпле проблемалары килеп тыуған. Хәйриә йыйымдарына ла ҡағыла был, тип билдәләгән.

"Шулай булғас, үҙегеҙҙең банк иҫәбенә бер нимә лә йыймағыҙ, хәйриә ойошмаларына һылтанмалар ғына ҡалдырығыҙ. Һалым хеҙмәткәрҙәре йоҡламай. Быны шәхси тәжрибәмдән сығып әйтәм. Кем "Бәйләнештә" селтәрендә реклама эшләй, бөтәһен дә шәхси эшҡыуарлыҡ аша уҙғарығыҙ", - тип мөрәжәғәт иткән "Башҡорт хужабикәһе". 

Был турала "Мой Башкортостан" паблигы хәбәр итә. Шулай, һалым органдары менән шаярырға ярамай. Рекламала әйтелгәнсә, "һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла".

Сығанаҡ: https://mybashkortostan.ru/05410210-bloger-bashkirskaya-domohozyajka-soobshhila-o-novyh-problemah-s-nalogovoj

Фото: https://vk.com/public200829248

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас: