Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

“Улым, ниңә беҙҙе шулай иртә ҡалдырып киттең?”

Аварияла һәләк булған малай күп балалы ғаиләлә үҫкән... 

“Улым, ниңә беҙҙе шулай иртә ҡалдырып киттең?”
“Улым, ниңә беҙҙе шулай иртә ҡалдырып киттең?”

Кисә кискә ҡарай Белорет районының Тирлән ауылында ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы булды: алты йәшлек малай велосипеды менән йөк машинаһы аҫтында ҡалып һәләк булды. Ул урам буйында дуҫтары менән йөрөгән булған һәм ниндәйҙер сәбәп менән урман тейәгән ҙур машинаның артҡы тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары аварияның сәбәптәрен асыҡлай.

Ә “КП-Өфө” баҫмаһы малайҙың ғаиләһен тапҡан. Асыҡланыуынса, малай күп балалы ғаиләлә үҫкән, улар биш бала тәрбиәләнгән. 26 йәшлек әсәһе Гүзәл Г. социаль селтәрҙәрен әүҙем алып бара һәм ғаилә байрамдарынан фотолар ҡуйып бара икән.

“Улым минең, ни эшләп былай булды һуң? Ни эшләп һин мине ҡалдырып киттең? Ни эшләп беҙҙән улай иртә киттең? Мин быға ышана алмайым”, – тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә.

Кешеләр ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Шул уҡ ваҡытта водителде йәлләүселәр ҙә бар.

– Водитель өсөн дә хәл бик ауыр, күп проблемалар көтә уны. Регистраторы булһа ярар ҙа, үҙе лә айыҡ булыуы, тейәгән ағасының рәсми булыуы кәрәк, – тип яҙалар.

Нисек кенә булмаһын, баланың ғүмере өҙөлдө, уны кире ҡайтарып булмай. Беҙ уның ата-әсәһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Башҡа ата-әсәләрҙе иҫкәртәбеҙ: балаларҙы юлда ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртегеҙ.

Фото: Кп-Өфө. 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: