Даирә
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Һуған ҡабығын ташламағыҙ

Тәүҙә файҙаһын күрегеҙ. Төнәтмәһе парниктағы себен-серәкәйҙе ҡыуа, тағы ла...

Һуған ҡабығын ташламағыҙ
Һуған ҡабығын ташламағыҙ

Тәүҙә файҙаһын күрегеҙ. Төнәтмәһе парниктағы себен-серәкәйҙе ҡыуа, тағы ла...

Сәсте нығыта

Һуған ҡабығына 1:2 нисбәттә ҡайнар һыу ҡойоп, 12 сәғәт ҡараңғы урынға ҡуябыҙ. Йыуған һайын ошо төнәтмә менән (ике-өс аҙна дауамында) сәсте сайҡатырға. Сәс нығынып ҡына ҡалмай, сәләмәт төҫ инеп ялтырап китә.

Гөлдө туҡландыра 

Һуған ҡабығы төнәтмәһен гөлдәрҙе туҡландырыу өсөн дә ҡулланырға мөмкин. Бактерияларҙан, ваҡ себендәрҙән дә һаҡлап торасаҡ. 1 стакан һуған ҡабығын бер литр ҡайнар һыуға һалабыҙ ҙа 24 сәғәткә төнәтергә ултыртабыҙ. Һөҙөп алғас, гөл япраҡтарын уның менән мансылған сепрәк менән һөртөргә була. Үҫемлектәр ҡара булып серей башлаһа ла,  бындай төнәтмә ҡулланырға мөмкин. Былай әҙерләнә: һуған ҡабығына 1 литр һыу ҡойоп, бер тәүлек ултыртып торорға. Шул һыуҙы алты көн һайын 2-3 тапҡыр һибергә. Төнәтмә тупраҡтағы зарарлы матдәләрҙе үлтерә, уны микроэлементтар менән байыта.
 
Парниктағы себен-серәкәйҙе ҡыуа

Парник эсенә һуған ҡабығы һалып ҡайнатҡан һыу (ҡабығы ла шунда ҡалырга тейеш) ултыртып ҡуйығыҙ. Ваҡыт-ваҡыт ошо һыуға әрем һеперткеһен тығып алып, йәшелсәләрҙе ҡойондороғоҙ.

Баҡсалағы ҡоротҡос бөжәктәрҙән дә ҡотолорға ярҙам итә

Бер биҙрә ҡоро һуған ҡабығына 2-3 литр йылы һыу ҡойоп 3-5 тәүлек төнәтергә кәрәк. Тейешле ваҡыт үткәс, төнәтмәне һөҙөп, кер һабыны иҙеп ҡушырға (1 литр һыуға 2 грамм иҫәбенән). Һибер алдынан төнәтмәгә 1:2 нисбәтендә тағы һыу өҫтәргә кәрәк.

Ошондай һуған төнәтмәһе ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланған ағыулы химикаттарҙы алмаштыра ала.

Автор фотоһы.
 

Автор:Аклима Гизатуллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: