Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Сабыйын ташлауы тураһында иренә әйтмәй

Бының өсөн ул бик ҡиммәт хаҡ түләй...    

Сабыйын ташлауы тураһында иренә әйтмәй
Сабыйын ташлауы тураһында иренә әйтмәй

Гәүһәр мәктәпте алтын  миҙалға тамамланы ла бер ауырлыҡһыҙ Өфөләге медицина университетына уҡырға инде. Оҙаҡ та үтмәне, һуңғы курста уҡып йөрөгән Хәлил менән бер-береһенә ғашиҡ булдылар. Оҙон буйлы, мөләйем йөҙлө, үҙенең баһаһын белгән,  бер аҙ һауалыраҡ булған егет Гәүһәрҙең йөрәген тулыһынса биләп алды. Уның өсөн өҙөлөп торған башҡа  егеттәрҙе күрмәне лә ул.

“Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа” тигән халыҡ. Ташҡын һымаҡ ярһыу хистәрен ауыҙлыҡлай алманы ике йәш йөрәк. Тиҙҙән Гәүһәр үҙенең ауырға ҡалғанын аңланы. Нимә эшләргә? Ҡыҙ был хәбәрен йәһәтерәк һөйгәненә  еткерергә ашыҡты. Академик ял алып булһа ла, уҡыуҙы тамамлармын, атай-әсәйемә  Хәлил менән бергәләп ҡайтып әйтербеҙ, тигән ҡырҡ төрлө уй ҡайнаны йәш ҡыҙҙың башында.

Үкенескә ҡаршы, хәл-ваҡиғалар Гәүһәр уйлағанса булманы. Егетте был хәбәр бөтөнләй шатландырманы. Киреһенсә, йөҙөн ҡара һөрөм ҡапланы.

–Гәүһәр, мин бит һиңә әйтеп өлгөрмәгәйнем. Минең бит ауылда ҡатыным бар. Беҙ былтыр өйләнештек. Ул, бала табып, өйҙә  әсәйемдәр эргәһендә ҡалды. Миңә тиҙерәк уҡыуҙы тамамларға кәрәк ине, – тип хәбәрен теҙҙе, ҡыҙҙың  йөҙөнә тура ҡарамай ғына.

Был тиклем алдашыуҙы көтмәгән ҡыҙ ҡырҡа боролдо ла ятаҡҡа йүгерҙе.

Әллә күпме ваҡыт ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгәндән һуң, бер көн йыйынып, һис кемгә өндәшмәй тыуған ауылына ҡайтып китте. Әсәһе ҡыҙы менән нимәлер булғанын шунда уҡ аңланы. Йөрәге утлы хистәргә тулышҡан Гәүһәр, әрнеүенән тиҙерәк ҡотолорға теләгәндәй, бер тында барыһын да һөйләп бирҙе.

Атаһынан битәр һүҙе ишетмәне. Кәйефе төшөп йөрөһә лә, ҡыҙын  әрләмәне, ләкин сабыйын тапҡас, бала табыу йортонда ҡалдырырға кәрәклеге тураһында әсәһе аша еткерҙе. Йөрәге  ни тиклем генә өҙөлмәһен, сабыйы тыуғас, унан баш тартырға мәжбүр булды Гәүһәр.

–Әле йәшһең, үҙеңә тиң кеше осрар. Йәшлегеңдең хатаһы тураһында иҫкәртеп тормаһын, – тине әсәһе лә, атаһың һүҙенән сыҡмай.

Икенсе йылына бүтән бер ҡалаға педагогия университетына уҡырға инде Гәүһәр. Уҡыу менән йөрәгендәге яралары ла бер аҙ баҫылғандай тойолдо, ләкин егеттәр яғына әйләнеп тә ҡарағыһы килмәне. Күңелендәге әрнеүе үҙен һаман һиҙҙертә ине. Ваҡыт дауалай тигәндәй,ҡыҙ  бер аҙҙан концерт-спектаклдәргә йөрөй башланы, яйлап  үҙ асылына ҡайтҡан һымаҡ тойолдо.

Буласаҡ тормош иптәше Марат менән  ауылдан килгән сағында ныҡлап танышып китте. Бер ятаҡта йәшәһәләр ҙә, быға тиклем  әллә ни һөйләшкәндәре юҡ ине. Туҡталыштан  ауыр сумка күтәреп барған ҡыҙҙы егет  бүлмәһенә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Аралашыуға ихлас бүлмәләш ҡыҙҙары Маратты сәй эсергә саҡырҙы. Ауыл күстәнәстәре менән табында һүҙ тағы ла беректе.  

Икенсе көнөнә кискә егет,  юҡ сәбәпте бар итеп, тағы ла Гәүһәр йәшәгән бүлмәгә килде. Бәләкәс кенә ҡуҙҙан  улар араһында һөйөү ялҡыны ҡабынды.

Марат иплелеге, тыныслығы  менән Гәүһәрҙең күңелен яуланы. Кейәүгә сығырға тәҡдимде лә оҙаҡ көттөрмәне. Шулай итеп институтты уҡып та бөттөләр, ғаилә ҡороп, егеттең тыуған ауылына ҡайтып та киттеләр.

Йәш педагогтарҙы ауыл мәктәбендә лә шатланып ҡаршы алдылар. Гәүһәр – инглиз теленән, Марат тарихтан уҡыта башланы. Ата-әсә йортонда тормош көтөп алып китеүҙәре йәштәргә лә уңайлы ине.

Тәүҙә улдары Айҙар, ике йылдан ҡыҙҙары Айзилә донъяға килде. Улдары төҫкә әсәһенә оҡшаһа, ҡыҙҙары нығыраҡ атаһына тартым ине. Улының холҡо ла ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ  нескә күңелле булды. Айзилә, киреһенсә, артыҡ бошоноп бармауы менән айырылып торҙо.

Йәш ғаилә яйлап нығынды. Мараттың ата-әсәһе йортонан алыҫ түгел ерҙә өй төҙөнөләр. Донъялары ла түңәрәк, эштәре лә ыңғай барҙы, ғаилә ептәрен нығытып балалары ла үҫте.

Шөкөр итеп йәшәне Гәүһәр бәхетенә, ләкин балаларына күҙ һалған һайын ташлап киткән тәүге сабыйы, улыҡайы тураһында хәтирә йөрәген семтеп-семтеп алды. Балалар йорто тәҙрәһенән тилмереп әсәһен көтөп ултырған күренеш йыш ҡына күҙ алдына килер булды.

Тормоштары бөтәйгән, эшендә ҙурыраҡ  уңыштарға өлгәшкән  һайын тәүге балаһы тынғылыҡ бирмәне, әммә был турала иренә һөйләргә батырсылығы етмәне.

Бәхеткә төрөнөп оҙаҡ йәшәргә насип булмаған икән уларға. Тәбиғәттең йәшәреп донъя наҙға тулышҡан мәлендә йорттарына ҡара ҡайғы килде. Улдары көсөк сағынан ҡарап үҫтергән Барыҫ  исемле эттәре бар ине. Айҙарҙы һәр ваҡыт мәктәпкә оҙатып ҡуйҙы, ҡаршы алды. Хужаһының һәр һүҙен тыңлаған тоғро дуҫына әүерелде ул.

 Ауылда  боҙ киткәндә шул эт нисектер йылға буйына барып сыға. Барса халыҡ ташҡын  күренешен ҡарап торған мәлдә, боҙға ултырып китеп барған йорт хайуанына иғтибар итәләр. Бәләкәй генә ауылда  кемдең эте икәнлеген дә асыҡлайҙар.

Ул арала 17 йәшлек Айҙар, хәле бөтөп, йылға буйына йүгереп килеп етә, ләкин эт  ултырған боҙ ярҙан шаҡтай алыҫлаша. Малай, дуҫын ҡотҡарырға теләп, ҡысҡыра-ҡысҡыра яр буйлап йүгерә. Айҙарҙы алыҫтан күреп ҡалған  эт тә йәнләнә, ҡабаланып  ваҡ боҙҙарға һикерә-һикерә ярға яҡыная. Инде еттем генә тигәндә, тәпәйҙәре  тайып, ажғырып ятҡан һыуға сума. Яҡында ғына булғас, этен үрелеп кенә ҡотҡарайым тип,  һыуға төшөүе була, көслө ташҡын Айҙарҙы ла  эскә алып инеп китә...

Улдарын мәңгелеккә юғалтҡан  был ҡара көндә ата-әсә өсөн тормош  туҡталғандай тойола.

Улының үлемендә Гәүһәр үҙен ғәйепләне. Ҡасандыр ташлап киткән балаһының рәнйеше төштө тип  йәнен  өҙгөләне. Иренә, ниһайәт,  был ваҡиға тураһында ла түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Бергәләп балалар йортона барып, сабыйҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһындылар. Баланы  бәләкәй генә килеш уллыҡҡа алыуҙары тураһында хәбәрҙе генә белә алдылар.

Донъяларының бер өлөшө китек булһа ла, тормош үҙ ағымы менән аҡты. Марат күрһәтмәҫкә тырышһа ла, ҡайғы уны тиҙ бөктө.  Күҙ алдында ҡартайҙы, биреште. Бер көн мәктәптә өйәнәк тотоп, ҡапыл яҡты донъянан китеп барҙы. Үкенескә ҡаршы, ҡыҙының үҫеп етеүен, һөнәр алыуын да күрә алманы.

Ә яңы ғына Айзилә дуҫлашып йөрөгән егетенең танышырға киләсәген хәбәр итте. Тулҡынланып әҙерләнде Гәүһәр был көнгә. Бешермәгән ризығы ҡалманы. Ниһайәт, ишектә ҡыңғырау тауышы яңғыраны. Өйгә ике егет килеп инде. Һары сәсле, аҡһыл йөҙлөһөнөң Айзиләнең егете Самат  икәнлеген аңланы Гәүһәр. Ә эргәһендә кем һуң? Ни өсөн ике тамсы һыу кеүек Айҙар улына оҡшаған. Айзилә лә, Гәүһәр ҙә ҡунаҡ егеткә текәлде.

–Эй, таныштырманым бит һеҙҙе. Был – минең бер туған ағайым Йәмил. Миңә иптәшкә  килде, – тине йылмайып, Самат.

Ни өсөн һуң ул шул тиклем Айҙарға оҡшаған? Был һорау тынғы бирмәне Гәүһәрҙе. Бының сере туйҙан һуң ҡоҙағыйы менән һөйләшеп ултырғанда асылды.

–Биш йыл йәшәп сабыйыбыҙ булмағас, Йәмилде балалар йортонан өс  айлыҡ сағында алдыҡ. Бер йылдан үҙем ауырға ҡалдым, шуға күрә ике улыбыҙҙың йәш аралары бик бәләкәй. Йәмилгә ата-әсәһенең икенсе кеше булыуын үҫә төшкәс әйттек. Беҙ тәрбиәләп үҫтерһәк тә, үҙенең ата-әсәһен  күргеһе килә улымдың. Донъя шулай бит инде, бер кемде лә ғәйепләп булмай, – тип көрһөндө ҡоҙағыйы.

Йәмилде  ҡайһы балалар йортонан алыуҙарын белешкәс, Гәүһәрҙең шиге тулыһынса таралды. 

Был серҙе асырғамы -юҡмы тип байтаҡ икеләнде Гәүһәр. Оҙаҡ түҙеп йөрөй алманы.  Иң тәүҙә был хаҡта ҡоҙағыйына һөйләне.

–Улымдың әсәһе табылыуына шатмын. Әсә һөйөүе, әсә наҙы артыҡ булмай, – тине ул, Гәүһәрҙе ҡосаҡлап алып.

Икенсе көнөнә таң менән бер ҡосаҡ гөлләмә тотоп, Йәмил Гәүһәрҙәрҙең йортона  килеп инде.

-Һәр ваҡыт был донъяға килтергән әсәйемде күреү хыялы менән йәшәнем. Үткәндәр өсөн үҙеңде язалама, тормошоңдоң тарихын беләм, – тине ул, сәскәһен тапшырып.

Был һүҙҙәр  өшөгән күңеленә йылы һирпте Гәүһәрҙең. Балама йөрәк наҙымды  күрһәтергә һуңламаным,  өлгөрәм әле тип, әсәнең йөҙөнән һағышлы ла, шатлыҡлы ла күҙ  йәштәре тәгәрәне.

 Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
 
Автор:
Читайте нас: