Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Уразованың бәләкәс ҡыҙы әсәһенең хәлен белергә барған

Миңә яҡындарым “Гүзәл, насар комментарийҙарға бик иғтибар итмә”, тиҙәр. Кемдәр нимә яҙаларҙыр, ни һөйләйҙәрҙер... Шуны ғына әйткем килә: сир беребеҙҙән дә һорап килмәй... 

Гүзәл Уразованың бәләкәс ҡыҙы әсәһенең хәлен белергә барған
Гүзәл Уразованың бәләкәс ҡыҙы әсәһенең хәлен белергә барған

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Гүзәл Уразованың социаль селтәрҙә операция үткәреүе тураһында яҙма һәм видео менән уртаҡлашыуы, әлегә уны дауахананан сығармауҙары хаҡында хәбәр иткәйнек.

“6 сәғәт операция кисерҙем. Барыһы ла яҡшы үтте, тинеләр”, - тип яҙғайны йырсы.

Гүзәл әлегәсә Мәскәүҙә дауаханала. Уның янына бәләкәй ҡыҙы менән ире килеп ҡайтҡан.

“Ариана ҡыҙым Мәскәүгә хәлемде белергә килде. 2 май көнө бәлки Ҡазанға ҡайтарырбыҙ тигәндәр ине, килеп сыҡманы, 6 майға ҡәҙәр ҡалдырҙылар. Был арала интернетҡа бик инә алманым. Миңә яҡындарым “Гүзәл, насар комментарийҙарға бик иғтибар итмә”, тиҙәр. Кемдәр нимә яҙаларҙыр, ни һөйләйҙәрҙер... Шуны ғына әйткем килә: сир беребеҙҙән дә һорап килмәй. Сәләмәт булыуыбыҙҙың ҡәҙерен ҡаҡшап киткәс кенә аңлайбыҙ шул. Һау-сәләмәт булайыҡ барыбыҙ ҙа. Рәхмәт миңә көс биреп тороуығыҙға!” – тип яҙҙы йырсы.

Фото: Видеонан скриншот.

Видео: Г. Уразованың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: