Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Бер ауылдан ғына ете туған бер взводта хеҙмәт итә

 Ә ”Бабай”  ҡушаматлы яугир батырҙарса һәләк булған улы өсөн дошмандан үс  алырға килгән...

Бер ауылдан ғына ете туған бер взводта хеҙмәт итә
Бер ауылдан ғына ете туған бер взводта хеҙмәт итә

 Ә ”Бабай”  ҡушаматлы яугир батырҙарса һәләк булған улы өсөн дошмандан үс  алырға килгән... Ирекмән булараҡ ғинуар аҙағында махсус хәрби операция биләмәһенә икенсе тапҡыр юлланған яҡташыбыҙ Рәфис хәҙрәт Сафин хәбәрҙар булыу маҡсатында беҙҙе ундағы хәлдәр менән таныштырып торҙо.

 

Тормош дауам итә, һәр көн таң ата, кемдер эшкә йыйына, балалар белем артынан мәктәп юлын тапай: ҡәҙимгесә йәшәү дауам иткән кеүек. Тик был тәү ҡарашҡа ғына шулай тойола. Илдең көслө заттары - кемдеңдер ғәзиз балаһы, ире, яҡыны яуҙа, ут эсендә, ә бында ата-әсәһе, туғандары ут йота.

Яу барған яҡтағы хәлдәрҙе, бәлки, бар тәрәнлегендә аңлап та етмәйбеҙҙер. Ирекмән булараҡ ғинуар аҙағында махсус хәрби операция биләмәһенә икенсе тапҡыр юлланған яҡташыбыҙ Рәфис хәҙрәт Сафин хәбәрҙар булыу маҡсатында беҙҙе ундағы хәлдәр менән таныштырып торҙо.

Алғы һыҙыҡта яугирҙәр менән осрашыуҙар ваҡытында тынғы бирмәгән һорауҙарға яуап табырға ярҙам иткән, доға ҡылған, руханиҙар менән һөйләшкән. Ҡаһармандар бындай осрашыуҙарға айырыуса шатланған. Уларҙы һәр ваҡыт көтөп алғандар. “Аллаһ Тәғәләгә ышаныс һалдаттарға алғы һыҙыҡта рухи көс ныҡлығын һаҡларға ярҙам итә. Беҙ мосолман хәрбиҙәренә генә түгел, кәңәш һорап мөрәжәғәт иткән башҡа дин вәкилдәренә лә психологик ярҙам күрһәттек. Ошо уңайҙан Рәсәй мосолмандарының  Үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың биргән фатихаһы, беҙ таратҡан доғалыҡ, намаҙлыҡ, түбәтәй һәм тиҫбе, бетеү махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә Аллаһ Тәғәләнән бирелгән оло һынауҙы үтергә  ярҙам итер”, - ти Рәфис  хәҙрәт Сафин.

Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәйҙәр: һәр кем махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индерә. Уның әйтеүенсә, Башҡортостандағы кеүек, яу барған ерҙән йыраҡ булмаған тораҡ пункттарҙа ла ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәр етерлек: шәхси машинала улар йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тарата. Татыулыҡта - бәрәкәт, берҙәмлектә - көс, тип бушҡа әйтмәйҙәр халыҡта, берҙәм булайыҡ, татыу булайыҡ. Шул сағында бөтә һынауҙы лайыҡлы үтербеҙ.

Ил тойғоһо ирҙең намыҫында, йөрәгендә йөрөй ул бергә

Былтыр Мәләүез ҡалаһында мобилизацияланғандарҙы оҙатҡан саҡта Афғанстан ветерандары исеменән Виктор Дмитриев сығыш яһап, үҙ теләктәрен еткергәйне. “Ирҙәр, ҡайҙа булһағыҙ ҙа көслө зат - ирҙәр булып ҡалығыҙ, әсәйҙәрегеҙгә, ҡатындарығыҙға бәлә һалмағыҙ, көслө булығыҙ”, - тип ҡат-ҡат иҫкәрткәне йөрәккә һеңеп ҡалды. Ҡатын-ҡыҙ йөрәге былай ҙа һиҙгер, тылда төн йоҡоларын ҡалдырып, йөрәген ус төбөнә тотоп ултырғандарға Хоҙай түҙемлек бирһен. Көн дә килгән ҡыҫҡа хәбәрҙәрҙе, (Ватанды һаҡлаусылар менән бергә булған хәҙрәттең күп яҙырға, һөйләргә ваҡыты ла, мөмкинлеге лә юҡ), фоторәсемдәрҙе барлап, ҡарап, шундай һығымтаға килдем. Донъялар тынысланып, илдә именлек урынлашҡас, был тарих һаҡлар фотолар киләсәк быуын өсөн кәрәк буласаҡ әле. Тормош позицияһын белдереп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр кем - минең өсөн барыһы ла герой. Уларҙың һәр береһе Тыуған илде - Ер-Әсәне һаҡларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ниәт иткән.

Фотолар, тиҫтәләгән йөҙҙәр... Уларҙың һәр береһенә текләп ҡарайым, күҙҙәренән хис-тойғоларын, уй-кисерешен белергә тырышам. Контрактсылар төрлө төбәктән йыйылған. Бына быныһы – Баймаҡтан, янындағыһы - Мәләүез кейәүе, Ырымбур, Сыбаркүл мосолмандары ла бар. Саҡмағош районының бер ауылынан ғына ете туған(!) бер взводта хеҙмәт итә, икенсе фотола - ике улы менән атаһы, быныһында - ”Бабай”  ҡушаматлы яугир, батырҙарса һәләк булған улы өсөн дошмандан үс  алырға килгән. Рәсәйле, Екатеринбург ҡалаһынан тажик милләтле бай хәрби тәжрибәле яугирҙе өйҙә ике ҡатыны, тиҫтәгә яҡын балаһы көтә. Яугирҙәр менән бергә төшкән фотолағы, медротала хеҙмәт иткән Ульяновск ҡалаһынан татар һәм дағстан шәфҡәт туташтарының йөҙөнә текәлеп уйға сумам: ниндәй сабырлыҡ, түҙемлек сағыла уларҙың күҙҙәрендә. Алғы һыҙыҡтан эвакуацияланған яралыларҙы лазаретта дауалаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер ҙә көсһөҙ зат тип әйтергә тел әйләнмәй.

“Блиндаж-окоптарҙа төрлө милләт кешеләрен осраттым. Йәшәү мәғәнәһе, тормош ҡиммәттәре үҙгәреп, ғүмергә хәүеф яһаған ситуацияла дин әһеле менән аралашыуға ихтыяж көслө: һәр кемдең яҡындан һөйләшкеһе, Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт иткеһе килә. Былтыр командировка ваҡытында татар батальонында булырға тура килгәйне, ҡабаттан килгәнде ишетеп, бик ҡыуанып ҡаршы алдылар, бер туғандай осраштыҡ”, - хәрбиҙәр йөрәгенә асҡыс тапҡан хәҙрәттең ҡыуанысын уртаҡлашам.

Сираттағы фотола алғы рәттәге яугирҙең аяғына һыйынған “Маршал” ҡушаматлы көсөктө, үҫә биргәс Татарстанға  алып ҡайтҡандар. Эт тигәндән, сәүек батальонға яҡынлаған сит кешене күреү менән ғауға ҡуптарып өрөп, иҫкәртеп торған. ”Ә беҙҙең мулланы тиҙ ҡабул итте”, - тип ғәжәп иткән яугирҙәр.

Яу эҙемтәләре

Рәфис хәҙрәт әйтеүенсә, армия һәр саҡ хәрәкәттә. Штурмға барыр көндө иртәндән ығы-зығы, командирҙар ашыҡтыра (был тәү ҡарашҡа ғына шулай: унда тәртип көслө). Ауыр техника үткән юлдар иҙгеләнгән, тубыҡҡа тиерлек батҡаҡҡа әйләнгән, иғтибарлыраҡ баҫмаһаң, итегеңде убып алып ҡалмаҫ тимә. Ауыр бронежилет таҡҡан, ҡоралланған, ал-ял күрмәгән яугирҙәргә Хоҙай түҙемлек бирһен. Ҡыштың һуңғы айы булһа ла, ул яҡта тәбиғәт йомшағыраҡ икәне күренә: бер көн тирә-яҡты сафлап ҡар һалып ҡуйһа, ә иртәгәһенә иреп юҡҡа сыға.

Бер йылдан ашыу барған аяуһыҙ көрәштә Рәсәй ғәскәрҙәре Авдеевканы алғас, видеоларҙан бар ерҙәге емереклектәрҙе күреп иҫ китә, подвалдарҙан, баҙҙарҙан сыҡҡан урындағы халыҡты күҙ йәшһеҙ ҡарап булмай. Әйткәндәй, илдең зәңгәр экрандарынан РЕН ТВ, Вести 1, 24, Звезда каналы репортерҙары, Ханты-Манси автономлы округы телевидениеһы документаль фильм төшөрөргә килгән. Уларға хәүефһеҙлек булдырыу маҡсатында Йәрмәкәй ҡаһарманы  - “Усман” ҡушаматлы командир саперҙар отряды менән юлдарҙы мина-снарядтарҙан таҙалаған.

Доғалар һаҡлай

Рәфис хәҙрәт командировкаға юлланыр алдынан осрашып һөйләшергә мөмкинлек тыуғайны. ”Кемдер яҡшы маҡсатта уй-ниәт итһә, тирә-яҡтағылар үҙ тәнҡитен белдерә башлай. Джихадтың этник сепаратизм, дини экстремизм йәки терроризм менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Ислам терроризмды ҡаты хөкөм итә. Хәҙерге экстремистик тенденцияларҙы еңеп сығыу - мосолмандар алдында торған төп бурыстарҙың береһе. Джихад - ул башҡа диндән булғандарҙы юҡ итеү өсөн һуғыш түгел, ә Ватанды һаҡлау өсөн ҡулланырға рөхсәт ителгән мәжбүри сара. Әммә яу ваҡытында ла Аллаһ мосолмандарға ғәҙеллек һаҡларға, әсирҙәргә мәрхәмәтлек күрһәтергә, ҡарттарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың ғүмеренә ҡул һуҙмаҫҡа ҡуша.

Ватанды һаҡлау - мосолмандың изге бурысы. Хатта ул үҙенең мөлкәтен дә, ғүмерен дә йәлләмәй. Армияла хеҙмәт итеү һәм Ватан сиктәрен һаҡлау — һәр диндар өсөн хөрмәт. «Аллаһ юлында хеҙмәт итеүҙең бер көнө был донъянан да, унда булған бөтә нәмәнән дә яҡшыраҡ, тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр. Рәсәй - тиҫтәләгән мосолман халҡының Тыуған иле. Ислам дине - Рәсәй тарихының һәм мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең утыҙҙан ашыу ерле этносы исламды үҙҙәренең милли мәҙәниәтенең бер өлөшө тип иҫәпләй, һәм илебеҙҙең егерме миллиондан ашыу гражданы үҙҙәрен мосолман тип атай. Миллионлаған мосолман өсөн Рәсәй - изге Тыуған ил. Мосолмандар уның именлеге өсөн доға ҡыла, уның именлеге өсөн эшләй һәм уның алдындағы бурысын лайыҡлы үтәй. Мосолман халыҡтары вәкилдәре Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт итә, ватан сиктәренең бөтөнлөгөн яҡлай. 2000 йылдың авгусында «Курск» атом һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған офицерҙар һәм матростар араһында ла мосолмандар байтаҡ ине.

Ислам - йәмғиәттә тыныслыҡ һәм тәртип булдырырға һәм һаҡларға саҡырыусы дин, шуға күрә өлгөлө мосолман — үҙ иленең закондарын хөрмәт иткән һәм үтәгән, унда ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто тәьмин итеү өсөн тырышлыҡ һалған, уның иҡтисади үҫеше һәм сәскә атыуы хаҡына эшләгән кеше. Ул халыҡтың киләсәге өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгәндәр өсөн доға ҡыла һәм башҡаларҙы ла быға саҡыра”, - ти хәҙрәт.

Сәйәси яҡтан илдәге ҡатмарлы осорҙа дин әһелдәренең һалдаттар янында психологик, дини ярҙам күрһәтеүе бик мөһим. Әйткәндәй, Рәфис хәҙрәт Аҡъярҙан Юлай хәҙрәтте осратыуын хәбәр итте, уның да икенсе тапҡыр командировкаға барыуы. Тағы ла бер дин әһеле - Фәрит хәҙрәттең яугирҙәр араһында хеҙмәт итеүе, намаҙ уҡыуы, һалдаттарҙың рухын күтәреүе оло әһәмиәткә эйә.  

Ике йыл дауамында яугирҙәр ҡаһарман атай-олатайҙар рухына тап төшөрмәй, күп милләтле илебеҙҙе генә түгел, ә бөтә кешелектең рухи һәм әхлаҡи традицияларын яҡлау маҡсатында неофашизм һәм бандеровсылар менән батырҙарса көрәш алып бара. Бөгөн һәр рәсәйле донъяла тыныслыҡ урынлашыуын, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ватандаштарҙың ғаиләләренә имен-аман еңеү менән ҡайтыуын теләй.

Автор:Аклима Имамова

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: