Даирә
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә йәй өс ай инде...

Ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуып һалды 

Беҙҙә йәй өс ай инде...
Беҙҙә йәй өс ай инде...

Республиканың ҡайһы бер райондарында, шул иҫәптән Балтас, Саҡмағош, Ейәнсура райондарында ҡар яуған. Ошо ваҡиғаға бәйле Ейәнсура районынан авторыбыҙ Ғайса Ишмөхәмәтов хәтирәләре менән уртаҡлашты.

"Ал-ҡыҙыл сәскәгә төрөнгән алмағас ап-аҡ ҡарға күмелде. Беҙ һине оҙатҡайныҡ бит, ә һин тағы килдең? Аңлайым, ыуыҙ яҙҙы күреп, тойоп беҙҙең менән бергә булғың киләлер. Һәр мәлдең, миҙгелдең үҙ мәле, ваҡыты - һуҡранмайыҡ, әҙ генә сабыр итәйек, көтәйек, өмөт итәйек!

Ошоға бәйле ҡыҙыҡ ҡына хәлде яҙып китәйем. Көслө ҡоролоҡ йылында(1975 йыл) беҙҙекеләр Латвияға һалам пресларға барған, ундағы кешеләр беҙҙең ағайҙан һорайҙар икән: "Как у вас там лето, зима?" - тип. Был ағай: "У нас три месяца только лето, а остальное всё зима и зима!" - тип яуап биргән. Әҙерәк кенә шыттырып ебәрһә лә дөрөҫ әйткән ағайыбыҙ.

Ул һаламдар тимер юлы буйлап килер ине, ә шунан станцияларҙан ташыйҙар. Әрһеҙ, эшһөйәр ине беҙҙең атай-олатайҙар! Ә беҙ, уҡыусылар, ул йылдарҙа туғайҙа көлтә бәйләнек, имән сәтләүеге, кипкән япраҡтар йыйнай инек. Сәпит тәгәрмәстәренән эшләп алған арбаларыбыҙға һалып ташый инек, шунда күрҙек тә инде беренсе тапҡыр тере ҡабан сусҡаларын. Әйе, әле лә күҙ алдымда..." - тип яҙҙы Ғайса Ишмөхәмәтов.

Фото: Ильгиз Субушев

Ғайса Ишмөхәмәтов видеояҙмаһы.

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: