Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Апрель , 23:09

Һыуытты, сөнки...

Һыуытты, сөнки муйыл сәскә ата

Һыуытты, сөнки...
Һыуытты, сөнки...

Һыуытты, сөнки муйыл сәскә ата

Ҡасан йылытыр? Май байрамдарында һауа торошо нисек булыр?

Апрелдәге 30 градуслыҡ аномаль эҫенән һуң ҡапыл һалҡынайтты. Күптәр быны муйыл сәскә атҡан мәлдә күҙәтелгән һыуыҡтар менән аңлата. 

Республика биләмәһендә болотло, ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөмлө һауа торошо урынлашты. Алдағы көндәрҙә лә, йәғни 1 Май байрамында ла ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ. 

Алдағы ял көндәре аяҙлы-болотло була, шулай ҙа бер аҙ йылыта: 27-28 апрелдә көндөҙгө температура +23...+25 градус тәшкил итәсәк. Артабан тағы һыуыта: 30 апрель - 2 май арауығында көндөҙ +12...+15 градустан артмаясаҡ. 

Тотороҡло йылы көндәр 10 майҙан һуң ғына башланыр, тип күҙаллана. Дөйөм алғанда, май артыҡ эҫе булмаясаҡ, уртаса көндөҙгө температура +20...+23 градус тәшкил итәсәк. 

Нәсих Хәлисов фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: