Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Апрель , 20:47

Пиондарҙы нисек туҡландырырға?

 Пиондарығыҙ морон төрткәндер инде. Июндә сәскәләре лә күренер. Ашламалар менән  туҡландырырға онотмағыҙ!

Пиондарҙы нисек туҡландырырға?
Пиондарҙы нисек туҡландырырға?

 Пиондарығыҙ морон төрткәндер инде. Июндә сәскәләре лә күренер. Ашламалар менән  туҡландырырға онотмағыҙ!

1 этап – япраҡтары күренеү менән аммиак селитраһы иретмәһе һалығыҙ. 10 литр һыуға 15 г кәрәк.

2 этап – бутондары күренеү менән тағы ла аммиак селитраһы, 5 – 6 г калий тоҙо, 10 –12 г суперфосфат ашламаһы индерергә.

3 этап – үҫемлек сәскәһен ҡойғас, 5 – 6 г.калий тоҙо , 10 – 12 г суперфосфат менән туҡландырыла.

Тәбиғи ашламаларҙан һыйыр тиҙәге менән тауыҡ тиҙәген 2:1:10 нисбәтендә һыуға иҙегеҙ ҙә, ун көн әсетеп, сәскәләргә ҡойоғоҙ. Сүпрә , икмәк әсетеп һибеү сәскәләрҙе файҙалы микроэлементтар менән туҡландыра. Бор кислотаһы эретмәһе сәскәләргә эҫе көндәрҙә дым етмәгәндә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, хлорофилл барлыҡҡа килеүҙе тиҙләтә. Составында фосфор менән кальций күп булған һөйәк оно ла үҫемлектең үҫеүен тиҙләтә.

 

 

Фото: design-homes.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: